Бөтә яңылыҡтар
Спорт
21 Август 2019, 16:51

Изге күңелле балалар ярыша

Өфөлә Йәйге ирекмәндәр уйыны дауам итә. Унда 12 йәштән 18 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр ҡатнаша. Туймазы ҡалаһы уҡыусылары волонтерҙар отрядына берләшкән. Улар өлкәндәргә ярҙам итә, ағас ултырта, макулатура йыя.

Йәйге ирекмәндәр уйындары республикала беренсе тапҡыр үтә. Беҙ балаларға маҡсат ҡуйырға һәм уға ирешергә өйрәтәбеҙ, ти ярышты ойоштороусыларҙың береһе – Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы рәйесе Ольга Панчихина.

Йәйге ирекмәндәр уйындарында 200-ҙән ашыу бала ҡатнаша. Иртәгә әүҙем һәм әһәмиәтле эштәр башҡарған командалар бүләкләнә.
Читайте нас: