Бөтә яңылыҡтар
Спорт
20 Август 2019, 14:17

Оҙаҡламай Ҡытайҙа донъя баскетболсылары йыйыласаҡ

Рәсәй йыйылма командаһы баскетболсылары оҙаҡламай башланасаҡ донъя кубогы турниры алдынан Финляндия командаһы менән дуҫтарса осрашыу уҙғарҙы.

Беҙҙекеләр уларҙы 81:67 иҫәбенә отто. Быға тиклем улар ошо уҡ ярышта ҡатнашҡан Литва баскетболсыларына 72:88 иҫәбенә еңелгәйне.

Донъя кубогының уйындары Ҡытайҙа 31 августан 15 сентябргә тиклем буласаҡ. Рәсәй командаһы төркөм осрашыуҙарында Аргентина, Көньяҡ Корея һәм Нигерия уйынсылары менән уйнаясаҡ.http://www.ye02.ru/online/18172-oalamaj-ytaja-donja-basketbolsylary-jyjylasa.html
Читайте нас: