Бөтә яңылыҡтар
Спорт
9 Август 2019, 14:07

Йәштәр яңы үрҙәргә ынтыла

Уҙған ҡышҡы миҙгелдә беҙҙең оҙаҡ көткән өмөттәребеҙ тормошҡа ашты. Йәш саңғысыларыбыҙ мәктәп уҡыусылары араһында Башҡортостандың йыйылма командаһы составына инде. Быға республика ярыштарында уңышлы сығыштары менән лайыҡ булды улар. Ә июлдә һәм августа улар Благовещен районы һәм Өфөлә республика спорт базаларында сборҙарҙа булды, бында күнекмәләрҙе тәжрибәле, абруйлы белгестәр алып барҙы.

Амаль юғары үрҙәр яулай

Амаль Латипов әле 1-се Стәрлебаш урта мәктәбенең 11 класына бара. Мәктәптән һуң киләсәктә уҡыу пландары булған бик етди үҫмер. Ә спортта тәьҫораттары шулай уҡ бихисап.

- Күптән түгел Өфөлә сборҙарҙа булдым, - тине ул. - Ҡалалар һәм райондарҙан да йыйылған егеттәр менән СССР спорт мастеры Хәйҙәр Йәүит улы Кинйәғолов шөғөлләнде.

Амаль 11 йәшендә Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә тренер Фәрит Хәмиҙуллинда саңғыла шөғөлләнә башлай. Бик яҡшы остаз булып сыға. Һәләте һәм маҡсатҡа ынтылыусанлығы менән был үҫмер оҙаҡламай район кимәлен дә үтеп китерен һиҙә.

Шулай була ла. Уны төрлө ярыштарға йөрөтә, һәм Амаль һәр ваҡыт призерҙар иҫәбенә инә, һәм күпселек осраҡта еңеү яулай. Ә 2017 йылдың мартында бөтөнләй тотош республиканы хайран ҡалдыра тиерлек. 14 йәшендә ул 20 километрлы дистанцияға (үҫмерҙәр төркөмөндә) стартҡа баҫа. Традицион Өфө саңғы марафонында үҙенән өс-дүрт йәшкә өлкәнерәктәрҙе артта ҡалдырып, финишҡа икенсе булып килә.

Уның әсәһе Альбина Альберт ҡыҙында (ул мәктәптә эшләй) улының ҡаҙаныштарының ҙур исемлеге бар. Барыһын да һанап бөтөрлөк түгел. Шуға күрә ҡайһы берҙәрендә генә туҡталып үтәм. 2016 йылда Башҡортостандың Мәктәп уҡыусылары спартакиадаһының финал ярыштарында еңеү яулай. Ә бына 2018 йыл. Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры В.Новожиловтың иҫтәлегенә традицион саңғы марафонында (Ишембай ҡалаһында) еңеү. Башҡортостан Кубогы этабында (Белоретта), республика беренселегендә беренсе һәм икенсе урындар (ике осраҡта ла - ун километрлы ике дистанцияла). 2019 йыл тағы ла уңышлыраҡ була. Рәсәй мәктәп уҡыусыларының IX ҡышҡы спартакиадаһы даирәһендә БР беренселегендә, масс-стартта республика чемпионатында, Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры А.Книсс иҫтәлегенә ярыштарҙа (Өфөлә), Стәрлетамаҡ ҡалаһында асыҡ беренселектә еңеүҙәр. Саңғы спринтында республика чемпионатында икенсе призер була. Өфө саңғы марафонында 30 км дистанцияла ышаныслы еңеү яулауы уның иң ҙур ҡаҙанышы була.

- Ә мин тағы ла март айында Силәбе өлкәһенең Аша ҡалаһында ярыштарға барып ҡайттым, - тип өҫтәне Амаль.

- Мине һәм тағы бер саңғысыны унда Салауат ҡалаһынан тренер Владимир Николаевич алып барҙы. Ул Фәрит Әхмәт улының дуҫы.

- Шунан нисек сығыш яһаның?

- Өлкәндәр менән бергә 20 километрлыҡ дистанцияла ярыштым. Еңеүсенән ике секундҡа ғына ҡалып, финишҡа икенсе булып килдем.

Уның менән әңгәмәләшкәндән һуң ҙур энтузиаст Амалдең киләсәккә лә шундай ҙур пландар менән йәшәүе аңлашылды.


Игнатий юғарыға үрләй

Благовещен районында сборҙа беҙҙең райондан Игнатий Афанасьев, Тимур Фәхриев, Данис Ҡорбанов, Илназ Хәбибуллиндар була. Алдағы икәүһе быйыл унынсы, Данис - туғыҙынсы, Ә Илназ - һигеҙенсе класҡа барасаҡ.

Улар ҡайтҡас Игнатий менән әңгәмәләштем. Тәүҙә минең һорауыма:

- Минең ниндәй уңыштарым булһын. Былай ғына... - тип оялып ҡына яуап бирҙе

Әммә һуңынан уҙған миҙгелдең һөҙөмтәләрен иҫкә төшөрә башланыҡ һәм Игнатийҙың спортта һәйбәт үрҙәр яулай башлауы асыҡланды. Иң мөһиме, Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенән остаздары Ғамил Мәжитов һәм Тамара Петрова етәкселегендә ныҡышмалы шөғөлләнә. Атаһы - коррекция мәктәбе директоры Алексей Андреевич һәм әсәһе - 2-се Стәрлебаш урта мәктәбенең инглиз теле уҡытыусыһы Миләүшә Илдар ҡыҙы улдарының бындай мауығыуына тик шат ҡына. Сөнки спорт сәләмәтлекте лә, холоҡто ла сыныҡтыра, маҡсатҡа ынтылыусан булырға өйрәтә. Әйткәндәй, икенсе улдары, алтынсы класс уҡыусыһы Данил да шулай уҡ спорт менән мауыға, ярыштарҙа ҡатнаша. Өсөнсө улдары - биш йәшлек Кирилл да уларҙың эҙҙәре буйынса китер, бәлки...

Ә уңыштар - бына улар. Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры А.Книсс иҫтәлегенә ярыштарҙа Игнатий дистанцияларҙың береһендә еңеү яулай. Мәктәп уҡыусылары араһында Башҡортостан чемпионатында 10 км дистанцияла икенсе була, БР беренселегендә саңғы спринтында өсөнсө урын яулай. Башҡа республика ярыштарында ла призер була. Ә Өфө саңғы марафонында 30 км дистанцияла (үҫмерҙәр араһында) дүртенсе булып финишҡа килә. Ул һәм Тимур Фәхриев 15-16 йәшлек үҫмерҙәр араһында Сыктывкар ҡалаһында үткән Рәсәй беренселегендә ҡатнаша. Уларҙы унда үҙенең машинаһында шәхси эшҡыуар - Тимурҙың атаһы Рәил Фәхриев алып бара. Улар менән бергә Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренеры Ғамил Мәжитов һәм республика спорт ведомствоһы вәкиле, спорт мастеры Хәниф Ғәлишин да бара. Дөйөм алғанда, Рәил Сабит улы башҡа ярыштар ваҡытында ла ярҙам күрһәтә.

Афанасьев шулай уҡ еңел атлетика дисциплиналарында сығыш яһай, шахмат уйнай.

Шулай уҡ мин Игнатийҙың мәктәптә лә һәйбәт уҡыуын белдем. Район фән олимпиадаларында еңеү яулай. Ә спортҡа бәйле пландарында элеккесә - ныҡышмалы күнекмәләр, республика, ә бәлки Рәсәй ярыштарында ла юғары урындар яулай.

Тимурҙың хыялы алға этәрә

Март айы башында Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренеры Ғамил Мәжитов туғыҙынсы класта уҡыған Тимур Фәхриевҡа:

- Һиңә Өфө саңғы марафонында 30 км дистанцияла үҙеңде һынап ҡарарға тура килер, моғайын, - ти.

- Булдыра алырмынмы икән? - тип ғәжәпләнеп һорай Тимур.

- Булдырырһың. Ныҡышмалылыҡ та, холоҡ та һиндә бар.

Тренер хаҡ була. Был трассаны Фәхриев бик яҡшы үтә һәм уны үҫмерҙәр араһында икенсе һөҙөмтә менән тамамлай. Ә был ярыштар бик абруйлы. Хатта башҡа төбәктәрҙән дә бында киләләр.

Быға тиклем Тимур һәм уның иптәштәре өсөн миҙгел бик ҡыҙыҡлы башлана. Ноябрь айында уның атаһы үҙенең машинаһында бер саңғысылар төркөмөн һәм уларҙың тренерын Ханты-Мансы, һуңынан Ноябрьск ҡалаларына алып барып ҡайта. Был ябай ғына экскурсия булмай - үҫмерҙәр билдәле базаларҙа күнекмәләр үтә.

Бер аҙнанан улар Белорет районына бара. Бында уларҙы саңғысыларҙың береһе - Данис Ҡорбановтың әсәһе Алһыу Мәүлийәр ҡыҙы алып барып ҡайта. Йәнә яңы тәьҫораттар. Артабан - Белорет ҡалаһына юл тоталар, бында улар өсөн декабрь айы башында ҡышҡы ярыш миҙгеле башлана. Ошондай саңғы ярыштары буйынса Башҡортостан Кубогына ярыштарҙың беренсе этабы үтә. Вәкилдәр бик күп була. Тимур ошо көслө составта 5 км дистанцияла классик стилдә еңеү яулай. Ғинуар айында Өфөлә - Рәсәй ҡышҡы мәктәп уҡыусылар спартакиадаһы даирәһендә республика беренселегендә Тимур 5 һәм 10 км дистанцияларҙа икенсе һәм өсөнсө урындарға лайыҡ була. Февраль. Күмертау. БР Кубогының өсөнсө этабы. Беренсе көндә Тимур 5 км трассала классик стилдә беренсе була, икенсе көнөнә ошо дистанцияла ирекле йөрөү стилендә еңеү яулай. Шул уҡ айҙа Октябрьский ҡалаһында - Башҡортостан беренселеге үтә. Тимурҙа - ике тапҡыр өсөнсө урындар. Башҡа республика ярыштарында ла уңышлы сығыштар була. Ә тағы ла ул - һәйбәт еңел атлет. Уҙған йылда, мәҫәлән, республика беренселегендә кроста (6 км) еңеү яулай.

- Хатта йәйен дә беҙҙең базала саңғы роллерҙар ярҙамында даими күнекмәләр яһайбыҙ, - ти ул.

Спорт менән шөғөлләнеү, ярыштарға йөрөү уға мәктәптә уҡыу программаһын уңышлы үҙләштерергә ҡамасауламай. Туғыҙынсы класта бөтә имтихандарҙы тик бишле билдәләренә тапшыра.

- Киләсәккә пландарың ниндәй? - тип ҡыҙыҡһынам унан.

- Мәктәпте уңышлы тамамлап, юғары уҡыу йортона инергә, Рәсәй спорт мастеры булырға, - тип яуап бирҙе ул.

Бына шундай ынтылыштар.

Мәҡәләне Мансур ҒИЗЗӘТУЛЛИН әҙерләне. А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотолары.
Читайте нас: