Спорт
14 Июль 2019, 06:06

Халыҡ-ара балалар уйындарында Башҡортостан балалары юғары уңыштарға өлгәште

Өфөлә Халыҡ-ара балалар уйындары тамамланды.

Беҙҙең йәш спортсыларыбыҙ был уйында байтаҡ еңеүҙәр яуланы. Өфө йөҙөү мәктәбенең төп өмөтө 50 метрға йөҙөүҙә иң яҡшы күрһәткескә өлгәште. Виктория Лисицкая икенсе көн рәттән көйәрмәндәрен алтын миҙал менән ҡыуандырҙы.


Малай-ҡыҙҙар араһында йөҙөү буйынса ярышта беренселек Азия вәкилдәренә. Бигерәк тә Бангкок командаһы уңышлы сығыш яһаны. Майҙан хужалары ҡунаҡсыллыҡ өлгөһө күрһәтеп еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһына Тайландтың баш ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫарын саҡырҙы.


Пиджая Нагайвара, Бангкок ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары: “Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһында ҡатнашыуыма сикһеҙ шатмын. Йәш спортсыларыбыҙ өсөн ғорурлыҡ тойҙоһо кисерәм. Ярыштар юғары кимәлдә ойошторолған. Өфө бик яҡшы әҙерләнгән”.

Пляж волейболсылары ике алтын миҙал яуланы. Егеттәргә уйын сағыштырмаса еңел бирелде, ә ҡыҙҙарға байтаҡ көс түгергә тура килде.
Читайте нас