Халыҡ-ара балалар уйындарында Өфө командаһы тәүге алтын миҙал яуланы
Өфөнән "Батыр" спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Алина Мөхәмәтйәнова дзюдо төрөндә үҙ ауырлыҡ үлсәмендә чемпион булды.
Бынан тыш, Владислав Бәшәров, Дмитрий Каширин, Мария Рәшитова, Виктория Лисицкая составындағы команда 100 метр арауыҡҡа йөҙөү буйынса көмөш миҙал алған. Афарин!
Өфөлә Балалар олимпиадаһы 14 июлгә тиклем бара. Унда 1 мең 200-гә яҡын йәш спортсы ҡатнаша.