Бөтә яңылыҡтар
Спорт
11 Июль 2019, 11:57

Өфөлә илдәге иң ҙур спорт комплекстарының береһе Спорт әҙерлеге үҙәген асыу тантаһы уҙҙы

Спорт комплексты асыу тантанаһында Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров, Рәсәйҙең спорт министры урынбаҫары Сергей Косилов, Олимпия чемпиондары Александр Карелин, Анастасия Давыдова, Александр Попов һәм башҡа абруйлы ҡунаҡтар ҡатнашты.

13 мең гектар биләмәне, 37 мең квадрат метр майҙанды үҙ эсенә алған комплекста 49 спорт төрө менән шөғөлләнергә мөмкин. Яңы заманса үҙәк 53-сө Халыҡ-ара балалар уйындары сиктәрендә 4 спорт төрө буйынса тәүге ярыштарҙы ҡабул итә лә инде.

Был майҙан бөгөн тәүге күләмле сараны ҡабул итә, сығыштар ҙа тантана хөрмәтенә, күрһәтмә генә. Әммә тиҙҙән үҙәктең спортсылар мәккәһенә әйләнәсәгенә шик юҡ. Заманса, яңы обьектта 50-гә яҡын спорт төрө менән шөғөлләнеү өсөн бөтә уңайлыҡтар тыуҙырылған, хатта медицина үҙәге, ҡунаҡхана һәм ашхана ла бар.Йәғни спортсыларға күнекмәләр үткәреү йәки ярыштар уҙғарыу өсөн тулы шарттар. Яңы үҙәк Башҡортостанда спорт үҫешенә ныҡлы этәргес яһар тип ышанам, тине Радий Хәбиров.


Спорт әҙерлеге үҙәген төҙөүгә 3 миллиард 500 миллион һум аҡса йүнәлтелгән, аҡсаның төп өлөшө республика ҡаҙнаһынан бүленгән, 250 миллион һумы федераль финанслау. Рәсәйҙең спорт министры урынбаҫары Сергей Косилов белдереүенсә, бында Башҡортостандың ғына түгел, Рәсәйҙең данын арттырасаҡ спорсылар әҙерләнергә тейеш. Сөнки үҙәк халыҡ-ара талаптарға яраҡлаштырылған.


Шарттар ысынлап та һоҡландыра, һәр спорт төрө өсөн иркен, йыһазландырылған залдар, кейенеү, сисенеү, йыуыныу бүләмләре ҡаралған. Үҙәктең бассейндары ғына үҙе бер комплекс булырлыҡ.


Ҡунаҡтар күнекмә залдарын ҡарап сыҡты, спортсылар менән аралашты. Донъя, ил кимәлендәге билдәле спорсылар ҙа үҙәкте юғары баһалай. Уны илдең иң яҡшы обьекттарының береһе тип атарға мөмкин. Дүрт тапҡыр олипия уйындары чемпионы Александр Попов фекеренсә, бындай кимәлдәге еңел атлетика майҙандары, бассейндар илдә бармаҡ менән генә һанарлыҡ.

Үҙәкте асыу тантанаһы айҡанлы авиация шоуы ойошторолдо, һәр майҙанда йәш спортсыларҙың күрһәтмә сығыштары үтте. Ә иртәгә инде үҙәкте тәүге ҡыҙыу ярыштар көтә. халыҡ-ара балалар уйындары сиктәрендә бында грек-рим көрәше, йөҙөү, фехтование һәм еңел атлетика буйынса күләмле ярыштар уҙа.
Читайте нас: