Традицияға ярашлы, бында быйыл да ошо сара үткәрелде, әммә ғәҙәттәгенән бер аҙ иртәрәк. Унда 2-4 кластарҙан 220нән ашыу мәктәп уҡыусыһы ҡатнашты.
Тантаналы өлөштә мәктәп директоры Гүзәл Хөсәйенова сәләмләү һүҙе менән сығыш яһаны, уҡыу йылына йомғаҡ яһаны һәм барыһын да уҡыу йылы тамамланыу менән ҡотланы.
- Балаларға ҡунаҡҡа Хужа Насретдин килде. Улар әкиәттәге билдәле олатай менән рәхәтләнеп уйнаны, ә ул иһә балаларға төрлө һорауҙар бирҙе һәм йомаҡтар әйтте. Был матур байрам балаларҙың халыҡ ғөрөф-ғәҙәттәренә ҡыҙыҡһыныуын уятыу, ата-бабаларҙың традицияларын ихтирам итергә өйрәтеү маҡсатында үткәрелде. Беҙ бының менән даими шөғөлләнәбеҙ, әммә уйын формаһында уҡытыу һәм тәрбиә биреү, билдәле булыуынса, яҡшыраҡ ҡабул ителә, - тине тәрбиә эше буйынса мәктәп директоры урынбаҫары Флүзә Иҙрисова.
Уҡытыусылар төрлө ҡыҙыҡлы уйындар үткәрҙе һәм балалар унан бихисап ыңғай тәьҫораттар алды. Артабан мәктәптең элекке физкультура уҡытыусыһы Ҡәҙим Ғайсаровҡа бағышланған 3 класс уҡыусылары өсөн футбол матчы булды. Уҡыусылар дәртләнешеп ярышты, бөтә конкурстарҙа әүҙем ҡатнашып, бүләккә тәмлекәстәр алды.
Һабантуй мәҙәниәт, уның этикаһын һәм рухи хазинаны сағылдыра. Шул уҡ ваҡытта был байрам, башҡа байрам кеүек үк, башҡа этно мәҙәниәттәрҙең элементтарын үҙенә һеңдерә. Һабантуй - бөтә йәштәгеләр һәм бөтә милләттәр байрамы!
Фотолар мәктәптең шәхси архивынан.