Бөтә яңылыҡтар
Спорт
8 Май 2019, 13:15

Миҙгел еңеүҙәр менән иҫтә ҡалды

Бына ҡышҡы спорт миҙгеле тамамланды. Ул минең өсөн ярайһы уҡ уңышлы булды. Билдәләп үткем килә, 2017-2018 йылдарҙа ауырыуым арҡаһында мин бер ниндәй ҙә ярышта ҡатнашманым. Мәжбүри туҡтап торҙом. Әммә быйыл спорт формаһын тергеҙергә ҡарар итеп, старттарға әҙерләнә башланым.

Тәүге саңғы ярыштары Өфөлә үтте, унда 7,5 км дистанцияға үҙ йәш төркөмөмдә сығыш яһап, классик һәм коньки йөрөшөндә беренсе урындар яуланым һәм 15-се тапҡыр Өфө чемпионы булдым. Артабан, февраль айында, БР асыҡ чемпионатында ҡатнаштым. Наградаларымды беренсе урын өсөн тағы ике миҙал менән тулыландырып, Башҡортостан Республикаһының 37-се тапҡыр чемпионы булдым. Республика чемпионаты саңғы буйынса Рәсәй беренселегендә ҡатнашыу өсөн һайлап алыу ярышы булды. Миңә, республика чемпионы булараҡ, Башҡортостандың данын яҡларға ышаныс белдерҙеләр. Ярыштар 20 февралдән 24 февралгә тиклем Кирово-Чепецк ҡалаһында үтте. 5 км дистанцияла ике тапҡыр икенсе призер булдым, 7,5 км дистанцияла өсөнсө һөҙөмтә күрһәттем. Рәсәй саңғы ярыштары федерацияһының ҡағиҙәһенә ярашлы, ошо ярыштарҙың йомғаҡтары буйынса ағымдағы йылдың март айында Италияла үтәсәк оҫталарҙың Донъя кубогында ҡатнашыу өсөн илдең йыйылма командаһы булдырыла. Минең унда ҡатнашыу хоҡуғым бар, әммә финанс йәһәтенән мөмкинлегем юҡ (юл һәм йәшәү хаҡы 180 мең һумдан 200 мең һумға тиклем тәшкил итә). Шуға күрә, миңә республика һәм Бөтә Рәсәй ярыштарынан ҡәнәғәт ҡалып, спорт үрҙәрен яулауымды дауам итергә тура килер, моғайын.

Валерий МӘЖИТОВ,

спорт ветераны, күп тапҡырҙар БР чемпионы, ике тапҡыр Волга буйы федераль окургы чемпионы, Рәсәй чемпионы.
Читайте нас: