Ҡуғанаҡбаш ауылында иртә ҡорбан салыу йолаһынан башланды. Аш бешереү өсөн яңы һуйылған һарыҡ ите ашнаҡсыларға тапшырылды. Артабан сара сәсеү башларға планлаштырылған баҫыуҙа дауам итте. Бында ауыл аҡһаҡалдары, хужалыҡ етәкселеге, белгестәре, механизаторҙары йыйылды. Алыҫ түгел, «стартта» «Кузбасс» сәсеү комплексына иген орлоғо тултырылған К-744Р2 тракторы («Кировец») тора. Был баҫыуға «Белогородская-100» сортлы арпа сәсергә йыйыналар. Традиция буйынса, беренсе бураҙнаны хужалыҡтың ғорурлығы, хөрмәтле игенсе Миңнулла Вилданов һалды. Әммә бынан алда, урындағы мәсеттең имам-хатибы Илшат хәҙрәт Яхин, мәсет мөәзине Әсҡәт Ишморатов һәм йыйылыусылар доға ҡылып, Аллаһ Тәғәләгә мөрәжәғәт итте. Шытымдар күпләп сыҡһын, ҡояш йылытһын, ваҡытында йылы ямғырҙар яуһын тигән тик изге теләктәр яңғыраны был көндө.
- Йә, егеттәр, ҡуҙғалдыҡ! - тип команда бирҙе хужалыҡ етәксеһе Юрис Синәғолов. Йыйылыусылар муллыҡ һәм байлыҡ кәүҙәләндергән йомортҡаларҙы ергә ырғытты. Трактор ҡуҙғалып китте. «Хәйерле сәғәттә!», - тип теләне 40 йылдан ашыу иң яуаплы участкаларҙа эшләгән - иген сәскән, ер һөргән, шәкәр сөгөлдөрө үҫтергән Мөхәмәтйән Искәндәров та.
Икенсе баҫыуҙа Сәмерхан Иҫәнбәтов «тимер ат»ын тоҡандырҙы. Уның ярҙамсыһы Нәзир Кинйәбулатов та эшкә әҙер, улар икенсе миҙгел бергәләп эшләй. Үҙҙәрен ышаныслы хис итәләр, кәйефтәре яҡшы, бер нисә көндән был баҫыуға ла бойҙай сәселәсәк.
Сәсеү эштәрен был көндө механизатор Айнур Юнысов та башланы.
- Ленин исемендәге хужалыҡ бөтә ауыл хужалығы эштәрен үткәреүгә тулыһынса әҙер, - тине Юрис Юнир улы. - Күп йыллыҡ үләндәрҙе һәм ужым культураларын тырматыу тамамланды. Әлеге мәлдә шәкәр сөгөлдөрөнә (180 гектарға) һәм көнбағышҡа (500 гектарға) сәсеү алды культивацияһы үткәрелә. Ужым культураларына ашлама индереү әүҙем алып барыла. Быйыл «Пионер» көнбағыш гибриды орлоғон һатып алдыҡ, беҙҙең баҫыуҙарҙа ул үҙен нисек күрһәтер, ҡарарбыҙ.
... Моторҙар геүләүе ишетелде. Тәүге орлоҡтар ергә ятты. Аграрийҙарҙың йөҙөндә шатлыҡ хисе сағыла. Ленин исемендәге хужалыҡ хеҙмәтсәндәре тыуған еренә бына шундай һөйөү һәм хәстәрлек менән ҡарап өйрәнгән. Ер-әсә бурыста ҡалмаясаҡ - мотлаҡ уңыш менән һөйөндөрәсәк. Көс һәм түҙемлелек һеҙгә, баҫыу хеҙмәтсәндәре!