Бөтә яңылыҡтар
Спорт
26 Апрель 2019, 10:59

Данлыҡлы разведчик иҫтәлегенә...

Мәктәп урамында яҙ. Апрель. Һәм барыһы ла 2-се Стәрлебаш урта мәктәбе уҡыусыларының иң яратҡан спорт байрамдарының береһе - разведчик, 1945 йылда Ҡыҙыл майҙанда Еңеү Парадында ҡатнашҡан Ғәлиев Йәүҙәт Батыргәрәй улының иҫтәлегенә бағышланған Асыҡ еңел атлетика турнирын түҙемһеҙләнеп көтөп алды. Йәүҙәт Батыргәрәй улы 1943 йылдың ноябрендә 18 йәшендә үҙ ирке менән фронтҡа китә. Разведка взводына командалыҡ итә. Алыштарҙа күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, III дәрәжә Дан ордены, «Батырлыҡ өсөн», «Хәрби хеҙмәттәре өсөн», «Венаны алған өсөн», «Будапешты алған өсөн», «Германияны еңгән өсөн», «Японияны еңгән өсөн» миҙалдары менән бүләкләнә. Һуғыштан һуң Йәүҙәт Батыргәрәй улы район үҙәгенең 2-се мәктәбендә эшләй.

Иртә менән мәктәптә байрамса, күтәренке кәйеф хөкөм итте. Һуғыш йылдары йырҙары яңғыраны. Һәр уҡыусы, уҡытыусы һәм байрамға килгән ата-әсәләр илдең Бөйөк тарихына үҙ ҡатнашлығын тойҙо. Сараның тантаналы өлөшө уҡыусыларҙың Рәсәй һәм Башҡортостан Республикаһы гимндарын башҡарыуынан, 2-се класс уҡыусыларының, мәктәп директоры Р.В.Мирхәйҙәровтың сәләмләү һүҙенән башланды. Саҡырылған ҡунаҡтар БР Мәғариф министрлығының уҡыусыларға физик тәрбиә биреү һәм олимпиада резервын әҙерләү идаралығы начальнигы вазифаһын башҡарыусы Марсель Йосопов, физик культура, спорт һәм туризм буйынса район комитеты рәйесе Рөстәм Яруллин, район ветерандар советы рәйесе Кәлимулла Шәрәфетдинов, хеҙмәт ветераны һәм мәктәптең элекке директоры Рәфҡәт Ғәфиев уҡыусыларҙы яҡынлашып килгән Еңеү байрамы менән ҡотлап, фашист Германияһын еңеүҙә ата-бабаларыбыҙҙың батырлығын һәм баһалап бөткөһөҙ өлөшөн онотмаҫҡа кәрәклеген иҫкә төшөрҙө. Ҡунаҡтар уҡыусыларҙы физик культура һәм спортты яратырға, хөрмәт итергә һәм шөғөлләнергә саҡырҙы. Артабан һүҙ ошо турнирҙы ойоштороусы, данлыҡты разведчиктың балалары Шамил, Камил, Фәнил Ғәлиевтарға бирелде. Унынсы йыл рәттән улар ошо турнирҙың бағыусылары һәм мәктәп уҡыусыларының яратҡан ҡунаҡтары. Ағалы-ҡустылы Ғәлиевтар мәктәпкә пневматик винтовка, ун комплект саңғы таяҡтары бүләк итте, үҙҙәре менән егерменән ашыу миҙалдар һәм грамоталар, төрлө йәш төркөмөндәге ҡыҙҙар һәм малайҙар өсөн ун турнирҙың абсолют еңеүсеһе, өс «Иң яҡшы спорт класы», «Иң йәш ҡатнашыусы» кубоктары һәм ярышта ҡатнашыусыларҙың барыһына ла георгий таҫмалары, һуттар һәм тәмле приздар алып килгәйне.

Ярыштар: 1-2, 3-4, 5-6, 7-8, 9-11 класс йәш төркөмдәрендә ҡыҙҙар һәм малайҙар араһында ҡулдарҙа этелеү, пресс, оҙонлоҡҡа һикереү, спорт залында турникта күтәрелеү һәм бәләкәй залда атыу кеүек бер нисә спорт төрө буйынса үтте. Барыһы ла ғәҙәти, таныш һәм ойошҡан рәүештә булды. Ярыштар араһында тәнәфестә кластар үҙ кабинеттарында сәй эсеп, тәьҫораттары, яңылыҡтары менән уртаҡлашты, ҡаҙаныштарын һанап, бөтә класс менән еңеп, турнир кубогын алыр өсөн нимә эшләргә кәрәк тип фекер алышты.

Ярыш мәлендә көс һәм мәргәнлек күрһәтеп, ваҡыт бик тиҙ үтеп китте. Йомғаҡ яһарға ваҡыт етте. Барыһы ла еңеүселәр һәм призерҙарға хөрмәт күрһәтергә йыйылды. Данияр Фәйзуллин һәм Светлана Басирова, Рәмил Хөсәйенов һәм Виктория Егорова, Данил Афанасьев һәм Ульяна Ғәниева, Владимир Иванов һәм Дарина Ибәтуллина, Арсен Йәрмиев һәм Жанна Макарова шәхси беренселектә абсолют еңеүсе булды. «Иң спортсы класс» кубогы менән 5 А класы (класс етәксеһе М.И.Афанасьева), 7 Б класы (А.Й.Дмитриева) һәм 9 А класы (Л.Н.Исмәғилева) бүләкләнде. Ата-әсәләр һәм уҡытыусылар араһында Зилә Валикова, Азалия Яппарова, Миләүшә Афанасьева; Вячеслав Макаров, Рәсүл Мирхәйҙәров, Фидан Усманов оҙонлоҡҡа һикереүҙә иң яҡшыһы, Алик Рысаев, Рита Ҡаранаева, Лианна Йосопова иң мәргән тип танылды.

Бына физкультура һәм спорт һөйөүселәр, матурлыҡ һәм һаулыҡ ҡәҙерен белеүселәр байрамы ла тамамланды. Был көн сағыу тәьҫораттар, яңы ҡаҙаныштар һәм еңеүҙәргә көс - дәрт бүләк итте. 2-се мәктәп коллективы, уҡыусылар һәм ата-әсәләр Бөйөк Еңеүҙең 74 йыллығы даирәһендә үткәрелгән турнирҙы ойошторғандары өсөн Ғәлиевтар ғаиләһенә ғәйәт ҙур рәхмәт белдерә. Барығыҙға ла тыныслыҡ һәм именлек теләйбеҙ!


Эльвера ИБӘТУЛЛИНА, 2-се Стәрлебаш урта мәктәбе уҡытыусыһы.

Фотолар автор тарафынан бирелде.
Читайте нас: