Бөтә яңылыҡтар
Спорт
12 Апрель 2019, 12:36

Йәнә йәшлектә булған кеүек хис иттеләр

Яҡшы хәтер - тормошобоҙ биҙәге. Беҙ яҡын кешеләрҙе ғаилә, туғандар, дуҫтар йәнәшәһендә хәтергә төшөрәбеҙ. Ә был хәтер район кимәленә күтәрелһә - ҙур иғтибарға лайыҡ булған изге эш.

Был осраҡта ла шулай - гәзит уҡыусылар иҫ киткес волейболсы, 2013 йылда 66 йәшендә ваҡытһыҙ вафат булған Миҙхәт Әхмәҙиев иҫтәлегенә биш йыл элек үткәрелгән ярышты яҡшы хәтерләйҙер. Уның яҡын туғандары инциатор булды. Һәм бына ағымдағы йылда ла шундай алтынсы турнир үтте.

Миҙхәт Барый улы Стәрлебаш ауылында тыуып үҫә. Армияла һауа-десант дивизияһында хеҙмәт итә. Ҡайтҡас ДСУ-5 ойошмаһында, подстанцияла һәм сирек быуат - район дауаханаһында «Ашығыс ярҙам»да водитель булып эшләй. Күп йылдар райондың йыйылма волейбол командаһы составында, шул иҫәптән республиканың көньяҡ зонаһында иң көслөһө һаналған коллективта була һәм ауыл райондары араһында Башҡортостан беренселегенең финал стадияһында ике тапҡыр ҡатнаша.

Ағымдағы турнир берләштерелде. Уға Ҡарағош ауылы энтузиастары ҡушылды, шулай итеп улар ике яҡташы - Йәүҙәт Шәмсетдинов менән Барый Йомадиловтың иҫтәлеген хөрмәтләргә ҡарар итте. Йәүҙәт Фәйзрахман улы мәктәптә, урындағы ауыл Советында эшләй, ауылда спортты популярлаштырыу өсөн бик күп көс һала, спорт секциялары ойоштора. 1986 йылда 37 йәшендә мәрхүм була. Барый Ҡасим улы милицияла хеҙмәт итә. Саңғы ярыштары буйынса район чемпионаттарында еңеү яулай. 1985 йылда 33 йәшендә важиғәле вафат була. Әлеге сара инициаторҙары - Фәрит Шәмсетдинов (Йәүҙәт Фәйзрахман улының ҡустыһы), Ҡарағош мәктәбенең элекке физкультура һәм тарих уҡытыусыһы, Һаҙый һәм Эдуард Йомадиловтар (Барый Ҡасим улының ағаһы һәм туғаны) Стәрлебаш ауылынан билдәле эшҡыуарҙар һәм башҡа туғандары.

Турнирҙа ҡатнашыусылар алдында сәләмләү һүҙе менән район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Ильяс Ибәтуллин сығыш яһаны. Артабан ул майҙанға район үҙәге командаһы составында сыҡты.

Турнирҙа, элекке кеүек үк, спорт ветерандарынан торған командалар ҡатнашты. Әйткәндәй, төрлө ауылдарҙан волейболсылар теге йәки был команданы тулыландырҙы.

Йылдар, әлбиттә, үҙенекен итә, әммә күптәр әлегә дәртен бөтөнләй юғалтмаған. Иң мөһиме уйын ҡомары кәмемәгән. Майҙансыҡҡа күпме хис-тойғо һирпелеүен күрһәгеҙ икән! Ысынлап та, элекке билдәле спортсылар Миҙхәт Хөсәйенов, Алик Ибәтуллин, Рәфис Шабаев Стәрлебаш ауылынан, Хәлил Әхмәтйәнов, Салауат Сәфәрғәлиев, Салауат Ғәббәсов (Буҙат), Әхсән Баһауетдинов, Фәнүр Вәлишин (Баҡый), Фәрит Шәмсетдинов, Рәзиф Ҡасимов (Ҡарағош) һәм башҡаларҙың уйнауын күҙәтеү күңелле булды. Үҙҙәренең волейбол йәшлегенә йәнә сумған кеүек булдылар.

Ә турнирҙа еңеүҙе Буҙат волейболсылары яуланы. Икенсе урында - район үҙәге, өсөнсө - Ҡарағош командалары.

Ойоштороусылар ҡатнашыусыларҙы төшкө аш ашарға кафеға саҡырҙы, унда ихлас аралашыу дауам итте.


Мансур ҒИЗЗӘТУЛЛИН.

Фото Р.ЯРУЛЛИН

тарафынан бирелде.


Читайте нас: