Бөтә яңылыҡтар
Спорт
5 Апрель 2019, 12:29

Сағыу һәм ҡыҙыҡлы миҙгел

Саңғы миҙгеле тамамланыуын билдәләү традицияға әүерелде тип әйтһәң дә була. Уҙған миҙгелгә йомғаҡ яһау, яҡшы спортсыларҙы бүләкләү, саф һауала уйындар - март аҙағында саңғы базаһы территорияһында миҙгел тамамланыу хөрмәтенә уҙғарылған сарала ҡатнашыусыларҙы ошондай программа көттө.

Ағымдағы миҙгел беҙҙең саңғысылар өсөн иҫтә ҡалырлыҡ булды. Унда барыһы ла еңеү шатлығы, еңелеү хисе, рекордтар, миҙалдар, приздар булды. Быларҙың артында, әлбиттә, ҙур һәм көсөргәнешле хеҙмәт, оҙайлы күнегеүҙәр тора.

Беҙҙең спортсылар хатта республика кимәлендә лә өҫтөнлөктәрен дәлилләй алды. Амаль Латипов, Тимур Фәхриев, Игнат Афанасьев, Данис Ҡорбанов, Илназ Хәбибуллин, Ләйсән Хөснөтдинова һәм Жанна Макароваларҙы хаҡлы рәүештә райондың спорт элитаһы тип атарға мөмкин. Команда буйынса уларҙың бәләкәй иптәштәре лә артта ҡалмаҫҡа тырыша. София Мусина, Арина Ғәлиева, Галина Григорьева, Вероника Голубкина, Милена Ефремова, Юлиә Ибраһимова, Алина Әрҙәширова, Арсен Кинйәбуҙов, Рәнис Ҡорбанов, Эрнест Ҡадиров, Кирилл Павлов, Данил Афанасьев ярыштарҙа ҡатнашып, тәүге уңыштарға иреште.

Ошо сараны ойоштороуҙа финанс ярҙам күрһәткән бағыусыларыбыҙ - ағалы-ҡустылы Фәрхшатовтар, Кинйәбуҙовтар ғаиләләренә, спорт ветерандарына, спортҡа битараф булмаған көйәрмәндәргә, «Орленок» сәләмәтләндереү үҙәге директоры вазифаһын башҡарыусы Амур Сәлимовҡа һәм саңғы базаһы хеҙмәткәре Альбина Йәрмиеваға ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Әйткәндәй, Амур Рәфғәт улы ҡыш буйына трассаны яҡшы торошта тотто! Еңел булмаған спорт өлкәһендә балаларын аңлағандары һәм ярҙамдары өсөн саңғысыларҙың ата-әсәләренә лә рәхмәт белдерәбеҙ.

Алда беҙҙе йәйге миҙгел көтә. Ул шулай уҡ уңышлы булһын. Ошо ваҡыт эсендә яҡшы күнегеп, спорт инвентарын яңырта алырбыҙ тигән өмөттә ҡалабыҙ. Барығыҙҙы ла миҙгелде уңышлы тамамлау менән ихлас ҡотлайбыҙ!Тамара ПЕТРОВА, Ғамил МӘЖИТОВ, Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренер-преподавателдәре.
Читайте нас: