Бөтә яңылыҡтар
Спорт
5 Апрель 2019, 12:30

Афарин, көрәшселәр!

Батырҙарҙы ла уңышлы сығыштары менән ҡотларға була. Март айында спортсылар бер нисә етди ярышта ҡатнашты.

Ҡазан ҡалаһында үткән көрәш буйынса Рәсәй Беренселегендә Айнур Хужин (80 кг тиклем ауырлыҡ категорияһында) һәм Айнур Собханғолов (65 кг тиклем) өсөнсө урын яуланы. Райман Моратов (75 кг тиклем) икенсе призер булды. Азамат Собханғолов билбау көрәше буйынса Башҡортостан Республикаһы Беренселеге чемпионы булды, Айнур Кинйәбаев ошо ярышта өсөнсө урын алды. Был еңеүҙәр беҙҙең батырҙарға июнь айында үтәсәк Бөтә Рәсәй ярыштарында ҡатнашыу хоҡуғы бирә.

30 мартта Йәлембәт ауылында яҡташыбыҙ - Советтар Союзы Геройы Сафа Хәсәновтың иҫтәлегенә көрәш буйынса район ярыштары үтте. Унда 100ҙән ашыу спортсы ҡатнашты. Көрәшселәр лайыҡлы һәм матур көрәш күрһәтте. Еңеүселәр араһында традиция буйынса төп бүләк - Сафа Хужам улының улы - Айрат Хәсәнов тарафынан бирелгән тәкә уйнатылды. Был юлы уңыш Рәмил Хөсәйеновҡа (һүрәттә) йылмайҙы.

Ярыш йомғаҡтары буйынса Йәлембәт батырҙары команда менән беренсе урын яуланы, стәрлебаштар икенсе булды, Ҡабыҡҡыуыш һәм Түбәнге Аллағыуат спортсылары, тигеҙ мәрәйҙәр йыйып, өсөнсө урынға лайыҡ булды.
Читайте нас: