Бөтә яңылыҡтар
Спорт
26 Март 2019, 12:00

Ике көндә - 15 миҙал!

Уҙған аҙна саңғысылар өсөн уңышлы булды. 16 мартта Ишембай ҡалаһында Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Владимир Новожиловтың иҫтәлегенә традицион саңғы марафоны булды, унда тотош республиканан 300ҙән ашыу спортсы ҡатнашты.

Үҫмерҙәр араһында Амаль Латипов беренсе урын яуланы. Ул 20 км дистанцияла иң яҡшы ваҡыт күрһәтте. Тимур Фәхриев менән Игнатий Афанасьев финишҡа икенсе булып килде. Оҫта саңғысы Фәниә Ғәлимулла ҡыҙының ейәне һәм яҡшы спортсы Филүс Кинйәбуҙовтың 2-се класта уҡыған улы Арсен Кинйәбуҙов спортта тәүге, әммә ышаныслы аҙымдар яһай. Әлегә Арсен пьедесталдың өсөнсө баҫҡысына күтәрелде, әммә киләсәктә, уның тренерҙары билдәләүенсә, малайҙың тағы ла уңышлыраҡ сығыш яһау мөмкинлеге бар. Спортта беҙҙең сағыу «йондоҙсоғобоҙ» Алина Ғәлиева өсөнсө призер булды. Башҡа спортсылар иң яҡшы унау иҫәбенә инде. Киләһе көн спортсылар шул уҡ составта (17 кеше) Стәрлетамаҡ ҡалаһында үткән ярышта ҡатнашты. Был ярыш Стәрлебаш саңғысылары өсөн ағымдағы йылда иҫәп буйынса егерменсе ине. Уның һөҙөмтәләре лә уңышлы. Стәрлебаш башланғыс мәктәбенең 1-се класс уҡыусыһы, ҙур өмөттәр бағлаусы йәш спортсы Араз Ғәлиев 500 метр дистанцияла беренсе призер булды. Амаль Латиповта ла беренсе урын. Был көндө шулай уҡ Тимур Фәхриев, Игнатий һәм Даниил Афанасьевтар, Ләйсән Хөснөтдинова, Юлиә Ибраһимова, Милена Ефремова, Данис Ҡорбанов, Илназ Хәбибуллин да почет пьедесталына күтәрелде. Башҡа спортсылар призлы урындарҙан бер аҙымда ғына ине.

Ярышта еңеүселәр һәм ҡатнашыусылар миҙалдар, приздар, шул иҫәптән аҡсалата бүләктәр алып ҡайтты, ә иң мөһиме, оҫталыҡ йыйҙы, тәжрибә тупланы һәм ялдарын файҙалы үткәрҙе.

Фаягөл ЙОСОПОВА.


Читайте нас: