Бөтә яңылыҡтар
Спорт
19 Март 2019, 11:57

Саңғы базаһына килеүселәр һаулығын нығытты һәм йома көнөн файҙалы үткәрҙе

Уҙған аҙнала саңғы базаһы территорияһында район хакимиәте башлығы призына ауыл биләмәләре, ойошмалар, предприятиелар һәм мәктәп командалары араһында район саңғы ярыштары үтте.

Ярыш алдынан ҡар күп яуыуға ҡарамаҫтан, ул көндө һауа торошо һәйбәт - тыныс һәм ҡояшлы булды, трасса йомшаҡ ҡар менән шатландырҙы.

Тамашасылар, әлбиттә, ҡатнашыусыларға ҡарағанда күберәк булды, әммә был бер ҙә ғәжәпләндермәне, сөнки бындай ярыштарҙа һәр саҡ кеше күп була. Саңғы юлында йәш спортсылар, ошо спорт төрөн һөйөүселәр һәм саңғы спорты менән һөнәри шөғөлләнеүселәр осрашты. Был район мәктәптәре, ойошмалар, предприятиелар һәм учреждениелар вәкилдәре. Барыһы ла түҙемһеҙләнеп стартты көттө, әҙерләнде, күнекмәләр яһаны. Кәйефтәре күтәренке ине. Сарала байрамса мөхит хөкөм һөрҙө.

Район хакимиәте башлығы Фәнүр Туҡтаров ярышты асҡан ваҡытта сәләмләү һүҙендә ҡатнашыусыларға ғәҙел еңеү, уңыштар, спорт ҡомары, ә көйәрмәндәргә һәм ҡунаҡтарға - сағыу тәьҫораттар теләне.

Ярышта ҡатнашыусыларҙың 166һы ла һәйбәт һөҙөмтә күрһәтте.

2009-2011 йылғы мәктәп уҡыусылары араһында: ҡыҙҙарҙан - Алина Әрҙәширова (башланғыс мәктәп), Вероника Голубкина (2-се урта мәктәп), Эвелина Мөрәсева (башланғыс мәктәп), малайҙарҙан - Рәнис Ҡорбанов, Арсен Ҡадиров (икеһе лә башланғыс мәктәптән), Арсен Кинйәбуҙов (2-се урта мәктәп) призлы урындар яуланы. Командалар араһында призлы урындар башланғыс, 2-се Стәрлебаш урта һәм Тәтер-Арыҫлан урта мәктәптәрендә.

2007-2008 йылғы малайҙар араһында беренсе урын - Данил Афанасьевта, икенсе - Кирилл Павловта (икеһе лә 2-се урта мәктәптән), өсөнсө - Динар Хәкетдиновта (Әмир төп мәктәбе); ҡыҙҙар араһында беренсе урын - Сафия Мусинала - (башланғыс мәктәп), икенсе - Арина Ғәлиевала (1-се урта мәктәп) һәм өсөнсө - Фирүзә Бикмөхәмәтовала (Тәтер-Арыҫлан урта мәктәбе). Командалар араһында призлы урындар Әмир төп, 2-се урта һәм 1-се Стәрлебаш урта мәктәптәрендә.

2005-2006 йылғы ҡыҙҙар араһында Милена Ефремова беренсе булды, икенсе - Юлиә Ибраһимова (икеһе лә 2-се урта мәктәптән), өсөнсө - Аида Хәлиҡова (Тәтер-Арыҫлан урта мәктәбе). Малайҙар араһында Илназ Хәбибуллин беренсе булды (2-се урта мәктәп), икенсе - Данис Ҡорбанов (2-се урта мәктәп), өсөнсө - Эрнест Ҡадиров (1-се урта мәктәп). Команда беренселеге - 2-се Стәрлебаш урта мәктәбендә, икенсе - Тәтер-Арыҫлан урта мәктәбендә һәм өсөнсө урын - Первомайский урта мәктәбендә.

2003-2004 йылғы ҡыҙҙар араһында беренсе урын Ләйсән Хөснөтдиновала, икенсе - Жанна Макаровала (икеһе лә 2-се урта мәктәптән), өсөнсө - Элиза Арыҫлановала (Тәтер-Арыҫлан урта мәктәбе). Егеттәр араһында беренсе урын Игнатий Афанасьевта (2-се мәктәп), икенсе - Тимур Фәхриевта (1-се мәктәп), өсөнсө - Артем Денисовта (Тәтер-Арыҫлан). Командалар араһында беренсе урын 2-се урта, икенсе - Тәтер-Арыҫлан, өсөнсө - Йәшергән урта мәктәптәрендә.

2001-2002 йылғы егеттәр араһында Амаль Латипов беренсе булды, Роман Сурков - икенсе, Азамат Иҫәнбәтов - өсөнсө (барыһы ла 1-се Стәрлебаш урта мәктәбенән). Ҡыҙҙар араһында Лилиә Фәрхшатова беренсе, Ҡәҙриә Назарова - икенсе, Рәйлә Мостафина - өсөнсө (барыһы ла 1-се урта мәктәптән). Команда беренселеге 1-се Стәрлебаш урта мәктәбендә.

Ауыл биләмәләре ҡатын-ҡыҙҙары араһында беренсе урын Алина Төхвәтуллинала (Стәрлебаш ауылы), икенсе - Люциә Нурғәлиевала (Буҙат), өсөнсө - Гөлшат Ҡотлошинала (Иҫке Ҡалҡаш). Ир-егеттәр араһында беренсе урын Нәзир Мостафаевта, икенсе - Ришат Мөрәсевта (икеһе лә Әмир ауылынан), өсөнсө - Арыҫлан Ҡотлошинда (Иҫке Ҡалҡаш). Командалар араһында беренсе урын Стәрлебаш ауыл Советында, икенсе - Хәлекәй һәм өсөнсө - Иҫке Ҡалҡаш ауыл Советтарында.

Ойошмалар вәкилдәре-ҡатын-ҡыҙҙар араһында беренсе урын Айһылыу Хәлиловала (1-се мәктәп), икенсе - Гөлназ Нәзировала (үҙәк район дауаханаһы), өсөнсө - Лариса Мәүлетовала (коррекция мәктәп-интернаты). Ир-егеттәр араһында беренсе урын Алексей Афанасьевта (коррекция мәктәп-интернаты), икенсе - Фәнил Абсаттаровта (халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәге), өсөнсө - Рәнис Назаровта (Стәрлетамаҡ тармаҡ-ара колледжы). Командалар араһында беренсе урын - коррекция мәктәп-интернатында, икенсе - Стәрлетамаҡ тармаҡ-ара колледжы филиалында, өсөнсө - юл ремонт-төҙөлөш идаралығында.

Был ярыштарҙа еңелеүселәр булманы - барыһы ла еңеү яуланы! Ҡышҡы тәбиғәттән, аяҡ аҫтында шығырлаған ҡар тауышынан ләззәт алыр һәм ял итер өсөн йылына бер нисә тапҡыр булһа ла саңғыға баҫырға кәрәк. Бындай киң күләмле саралар барыһына ла берҙәм булырға, бер-береңдең шатлыҡ-ҡыуаныстарына һөйөнөргә, шулай уҡ дәрт-дарман, күтәренке кәйеф алырға һәм, әлбиттә, сәләмәтлекте нығытырға булышлыҡ итә.

Гөлдәр ҒӘФИЕВА. Автор фотолары.


Читайте нас: