Бөтә яңылыҡтар
Спорт
15 Февраль 2019, 16:40

Елдән етеҙ саңғысылар уҙышы

Уҙған шәмбе сәләмәт йәшәү рәүеше яҡлылар һәм спорт һөйөүселәр ғәҙәти урында - Стәрлебаш ауылының саңғы базаһында йыйылды. Саңғы ярыштарында ҡатнашырға теләгән балалар, уҡыусылар, предприятиелар, учреждениелар хеҙмәткәрҙәре, ауыл биләмәләре вәкилдәре бик күп булды. Ярыш үткән көндө һауа торошо иҫ киткес ине: еңелсә генә һыуыҡ биттең осон семетһә лә, тирә-яҡта мамыҡтай йомшаҡ ҡар бөртөктәре осто. Алдан әҙерләп ҡуйылған саңғы юлы геройҙарын көтә ине.

Тантаналы өлөштә район ярыштарында ҡатнашыусыларҙы район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Альбина Суфьянова сәләмләп, Стәрлебаш саңғысыларының төбәк һәм Рәсәй ярыштарында уңышлы сығыштарын билдәләне. Был тренерҙар, физкультура уҡытыусыларының юғары кимәлгә ҡуйылған эше тураһында һөйләй, тине ул.

Спортсыларға шулай уҡ «Берҙәм Рәсәй» партияһы урындағы бүлексәһенең башҡарма секретары Альбина Әхмәтшина, район мәғариф бүлеге начальнигы Миңләхмәт Кәримов уңыштар теләне.

Саңғысылар, йәш төркөмдәренә ярашлы, 1 километрҙан 5 километрға тиклем дистанцияны үтергә тейеш ине.

Тәүгеләрҙән булып саңғы юлына иң йәш спортсылар баҫты. Уларҙың һәр береһе һәйбәт һөҙөмтә күрһәтергә теләй ине. Балаларҙы уҡытыусылары, класташтары дәртләндереп торҙо. Әммә, билдәле булыуынса, иң тоғро көйәрмәндәр - ата-әсәләр. Әсәйҙәр һәм атайҙар был юлы ла ярышҡа килеп, финишта яҡын кешеләрен ҡаршы алһа һәр спорт төрө, хатта иң ҡатмарлыһы ла, еңелерәк була, тип иҫәпләй улар.

Биш ауыл биләмәһе вәкилдәре араһында ярыш ҡыҙыу барҙы, улар, дөйөм алғанда, һәйбәт сығыш яһаны. Барыһы ла үҙ дистанцияларын үте. Ә бына хеҙмәт коллективтары был юлы бик әүҙем булманы - ярышта ни бары үҙәк район дауаханаһы һәм Стәрлетамаҡ тармаҡ-ара колледжы филиалы вәкилдәре генә ҡатнашты.

Уҙыш һөҙөмтәләре буйынса шәхси һәм команда беренселегендә еңеүселәр асыҡланды. Улар Грамоталар, приздар, кубоктар менән бүләкләнде. Әммә бөтә ҡатнашыусылар өсөн дә саф һауа һәм күтәренке кәйеф иң ҙур бүләк булды.

***

Шул уҡ көндө Ҡуғанаҡбаш мәктәбенең спорт залында хәрби-интернационалистар Азамат Байморатов менән Урал Сәйфетдинов иҫтәлегенә мини-футбол буйынса ярыштар үтте. Уйын һөҙөмтәләре буйынса урындар түбәндәгесә бүленде: өсөнсө урынға Һарайҫа ауыл биләмәһе лайыҡ булды, икенсе урын Стәрлебаш ауыл билмәһендә, ә ҡуғанаҡбаштар - турнир еңеүселәре булды.

Турнир Ҡуғанаҡбаш ауыл биләмәһе, Ленин исемендәге хужалыҡ, Ҡуғанаҡбаш урта мәктәбе һәм шәхсән Илдус Ғүмәровтың бағыусылыҡ ярҙамы менән үткәрелде.

Үҙ хәбәрсебеҙ. А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотолары.
Читайте нас: