Бөтә яңылыҡтар
Спорт
13 Февраль 2019, 10:52

Беренселектә айырылдылар

Февраль башында Күмертау ҡалаһында БР Мәғариф министрлығының саңғы ярыштары буйынса беренселеге үтте. Стәрлебаш саңғысыларының ошо мәртәбәле ярыштағы уңыштарын билдәләп үтәйек.

Беренсе көндө спортсылар классик йөрөүҙә ярышты, унда почет пьедесталына беҙҙең өс спортсыбыҙ: Тимур Фәхриев, Игнатий Афанасьев һәм Илназ Хәбибуллин күтәрелде. Ҡыҙҙар араһында Ләйсән Хөснөтдинова еңеү яуланы. Икенсе көнгә улар коньки йөрөшө менән йәнә лайыҡлы һөҙөмтә күрһәтте. Тимур Фәхриев, Илназ Хәбибуллин беренсе, Ләйсән Хөснөтдинова өсөнсө булдылар. Һөҙөмтәлә, 2003-2004 йылғы спортсылар командаһы беренсе урын, ә уларҙың кесе дуҫтары - бишенсе урын яуланы.

Һүрәттә: Илназ Хәбибуллин, Ләйсән Хөснөтдинова , Игнатий Афанасьев, Тимур Фәхриев.

Үҙ хәбәрсебеҙ.


Читайте нас: