Бөтә яңылыҡтар
Спорт
8 Февраль 2019, 11:53

Стәрлебаш йәш батырҙарҙы йыйҙы

Уҙған шәмбе көндө Стәрлебаш йәнә спорт ваҡиғалары үҙәгенә әүерелде. Район көрәш буйынса республика Беренселегендә ҡатнашты. Беҙҙә төньяҡ Ҡариҙел районынан алып көньяҡтағы Хәйбулла районына тиклем республика район һәм ҡалаларынан 24 команда йыйылды. 100ҙән ашыу 13-14 йәшлек үҫмерҙәр үҙ оҫталығын күрһәтергә, тәжрибә тупларға килде. Улар әйтеүенсә, был ярыштар - үҙеңде күрһәтеү, ә еңгән осраҡта, төбәктең йыйылма командаһы составына инеп, март айында Ҡазан ҡалаһында үтәсәк көрәш буйынса Бөтә Рәсәй турнирында ҡатнашыу өсөн һәйбәт мөмкинлек ул. Бер һүҙ менән әйткәндә, бында иң яҡшыларҙың яҡшылары осрашты.

Район Мәҙәниәт йортоноң спорт залында шау-шыулы мөхит хөкөм һөрҙө: көрәшселәр күнегеүҙәр ярҙамында тәндәрен яҙҙы, ә тренерҙары уларға һуңғы өгөт-нәсихәттәрен бирҙе. Бөтә осрашыуҙарҙы үткәреп өлгөрөр өсөн бәйге ике келәмдә алып барылды һәм ярышты тантаналы асыуға тиклем ике сәғәт алдан башланды. Үҫмерҙәр олимпиада системаһы буйынса туғыҙ ауырлыҡ категорияһында көрәште.

Ярыштарҙы асыу тантанаһында спортсыларҙы тәүгеләрҙән булып район хакимиәте башлығы Фәнүр Туҡтаров сәләмләне, ул йыйылыусыларҙың барыһына ла ошо спорт сараһында ҡатнашыуға саҡырыу алғандары өсөн рәхмәт белдереп, уларға ғәҙел көрәш һәм уңышлы сығыштар теләне. Беренселекте асыу тантанаһы менән спортсыларҙы БР-ҙың Милли көрәш һәм билбаулы көрәш федерацияһы исеменән уның башҡарма директоры Юнир Ильясов ҡотланы. Ҡазанда үтәсәк ярыштарҙа беҙҙең республика данын яҡлаясаҡ егеттәрҙе асыҡлау - беҙҙең бурыс, тине ул. Судьяларға объектив баһалауҙарын, тренерҙарға - түҙемлелек, тамашасыларға - һәйбәт ял, йәш көрәшселәргә - сағыу сығыштар теләне. Артабан Юнир Искәндәр улы Башҡортостан Республика Беренселеген ойошторғандары һәм үткәргәндәре өсөн район хакимиәте башлығы Ф.З.Туҡтаровҡа, спорт комитеты рәйесе Р.Л.Яруллинға, балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең көрәш буйынса тренер-преподавателе И.И.Моратовҡа Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Әйткәндәй, был көндө Илдар Илдус улы Моратовҡа ҡарата бихисап маҡтау һүҙҙәре яңғыраны һәм ул быға лайыҡ, сөнки үҫмерҙәр менән әүҙем эшләүен дауам итә, буласаҡ чемпиондар тәрбиәләй.

- Беҙ ҙә, һеҙҙең кеүек үк, ҡасандыр мәктәп, район турнирҙарында ҡатнаштыҡ. Күнекмәләр яһаныҡ, тырыштыҡ һәм беҙҙең дә барыһы ла килеп сыҡты. Бөтәһе лә үҙегеҙҙән тора, - тип мөрәжәғәт итте йәш спортсыларға Рәсәй чемпионы, ике тапҡыр Европа чемпионы Марсель Йосопов.

Ул шулай уҡ шәхсән үҙе һәм Башҡортостан Республикаһы мәғариф министры бурыстарын башҡарыусы Айбулат Хажин исеменән йыйылыусыларҙы көрәш буйынса БР беренселеген асыу менән ҡотланы. Марсель Йәлил улы физик культура һәм спортты үҫтереүгә төбәк Башлығы бурыстарын башҡарыусы Радий Хәбиров ҙур иғтибар бүлә, тип билдәләне.

Стәрлебаш районында милли көрәштең үҫешә башлыуы тураһында БР-ҙың атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре, ветерандар араһында гер спорты буйынса күп тапҡыр Рәсәй, Европа һәм донъя чемпионы Мансур Сөйәрғолов һөйләне:

- Көрәш буйынса тәүге Рәсәй чемпионы титулын (ул ваҡытта татар-башҡорт милли көрәше тип атала) 1977 йылда Ҡабыҡҡыуыш ауылынан 10-сы класс уҡыусыһы Фәүҡәт Усманов яуланы. Стәрлебаш егеттәренең ошо төр буйынса юғары һөҙөмтәләргә ирешеүе һөйөнөслө, - тип билдәләне Мансур Таштимер улы.

Был көндө йәш көрәшселәрҙең башҡа спорт ветерандары Н.Хисмәтуллин, Й.Йосопов, В.Хәйбуллин менән дә аралашыу мөмкинлеге булды, улар, үҙ сиратында, ҡаршыла торған егеттәр, һис шикһеҙ, киләсәктә Рәсәй, Европа һәм, бәлки, донъя чемпиондары ла булыр тигән ышаныс белдерҙе. Йомғаҡлау һүҙе Барый Кинйәбулат улының улы Юрис Арыҫланғоловҡа бирелде. Уның инициативаһы менән 22 йыл элек Б.Арыҫланғолов иҫтәлегенә тәүге ярыш үткәрелә. Тәүҙә унда Стәрлебаш спортсылары ғына ҡатнаша, артабан күрше район һәм ҡалаларҙан батырҙарҙы саҡыра башлайҙар. Ә быйыл был ярышҡа тотош республиканан йыйылдылар, тип әйтергә лә була.

Ярышта ҡатнашыусылар араһында Күмертау ҡалаһынан 7-се класс уҡыусыһы Йәмил Әбдрәхимов та булды. Уның тренеры Әсхәт Шәрипов Йәмилде тырыш, маҡсатҡа ынтылыусан спортсы булараҡ билдәләй. Уның өсөн республика беренселеге - ситтә үткән беренсе ярыш. Быға тиклем ҡала ярыштарында ғына ҡатнаша. Көрәш менән малай 5-се кластан шөғөлләнә, әммә сәләмәтлегенә бәйле ҡайһы бер проблемалар арҡаһында, уҙған йылда уға күнекмәләрҙән баш тартырға тура килә, әммә һуңынан ул йәнә шөғөлләнә башлай. Беренселеккә етди әҙерләнә, призерҙар иҫәбендә булырға теләй. Һәм был уның килеп сыға. Үҙ ауырлыҡ категорияһында ул чемпион була. Был көндө көрәште шулай уҡ Стәрлебаштан Шамил Йәмилов та күҙәтте, ул үҙе Б.Арыҫланғолов иҫтәлегенә уҙғарылған турнирҙа бер нисә тапҡыр еңеүсе һәм призер була. Бөгөн Шамил - ҡатнаш көрәш буйынса Рәсәй спорт мастеры, һуғыш самбоһы буйынса ПФО чемпионы, ҡатнаш көрәш буйынса Рәсәй чемпионы, панкратион буйынса донъя чемпионы. Ул егеттәрҙе хупларға һәм, әлбиттә, уларға уңыштар теләргә килгән.

Стәрлебаштар яҡташтары өсөн генә көйәрмәнлек итмәне, башҡа райондарҙан спортсыларҙы ла хупланы. Көрәш барышында барлыҡҡа килгән спорт мәлдәрен Бөтә Рәсәй категорияһына эйә төп судья Заһит Солтаҡаев етәкселегендә судьялар төркөмө төшөрөлгән видеолар ярҙамында хәл итте. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер нисә егет йәрәхәт алды. Ә финал көрәштәр яҡынлашҡан һайын, ярыш ҡыҙғандан-ҡыҙҙы. 40 кг тиклем ауырлыҡ категорияһында финалда ике яҡташыбыҙ - Ҡабыҡҡыуыштан Дим Ишембәтов менән Ирәндек Собханғолов осрашты. Көйәрмәндәр улар өсөн бер тигеҙ көйҙө һәм борсолдо. Һөҙөмтәлә, 7:3 иҫәбе менән Ирәндек Собханғолов еңеү яуланы. Беҙҙең район спортсыһы Аслиддин Отабоев һәм Баймаҡ батыры Рөстәм Дәүләтбаевтың осрашыуы иң көсөргәнешлеһе булғандыр, моғайын. Уларҙың икеһе лә еңеүгә ынтылды. Әммә еңеүсе титулына Аслиддин лайыҡ булды! Уға бирешмәгәне, көслө ихтыярлы булғаны һәм яҡшы техникаһы өсөн бөтә зал ҡул сапты. Үҙе иһә еңеүенән һуң шунда уҡ тренерына йүгереп барып остазын ныҡ итеп, ирҙәрсә ҡосаҡлап алыуы бик күптәрҙә хис-тойғолар уятты.

Шулай итеп, һайлап алыу туры йомғаҡтары буйынса туғыҙ спортсы, шул иҫәптән өс стәрлебашлы - Ирәндек Собханғолов, Аслиддин Отабоев һәм Илнар Кинйәбулатов республиканың йыйылма командаһы составына инде. Тағы өс егет - Виктор Краснажонов, Дим Ишембәтов, Илнар Фәйзуллин призерҙар булды. Ярыш һөҙөмтәләре буйынса Стәрлебаш районы командаһы беренсе урын яуланы, мәләүездәр икенсе булды, ә Баймаҡ һәм Ҡырмыҫҡалы райондары батырҙары - өсөнсө урынды бүлеште.

Киләсәктә Рәсәй ярыштарында келәмгә сығасаҡ республика Беренселегендә еңеүселәрҙең барыһына ла үҙ көстәренә ышаныуҙарын һәм һөҙөмтәләр теләйбеҙ! Беҙ һеҙгә ышанабыҙ.


Мөхәмәт Яҡупов, ярышта ҡатнашыусы (Баймаҡ районы):

«Көрәш секцияһында биш йыл шөғөлләнәм. Уҙған йылдың декабрендә республика турнирында беренсе урын яуланым. Рамазан ҡустым да көрәшкә йөрөй, миҙалдар һаны буйынса минең менән ярыша. Улар әлегә миндә күберәк - 20нән ашыу. Ярыштарға ла йөрөргә, һәйбәт уҡырға ла өлгөрәм. Сиректә биология һәм рус теле буйынса ике дүртлем сыҡты, ҡалғандары - бишлеләр. Ярышҡа килгәндә, бөгөн һөйбәт сығыш яһаным - беҙҙең команда призерҙар иҫәбенә инде».

***

Зиннур Әминев, тренер (Хәйбулла районы):

«Стәрлебаш районы һәм был сара миндә һәйбәт тәьҫораттар ҡалдырҙы. Ярыш үткәреү урынынан алыҫ булмаған ҡунаҡханала урынлаштыҡ, был бик уңайлы булды. Туҡланыу ҙа оҡшаны. Ярышҡа өс егет алып килдем. Уларҙың икеһе - Николай Сабин һәм Ҡадир Әхмәтов бөгөн призерҙар булды. Ярышта ҡатнашыусы өсөнсө егет Никита Сабиндың быға тиклем үк Рәсәй чемпионы титулы бар ине. Батырҙарҙың барыһына ла киләсәктә юғары спорт ҡаҙаныштары, бихисап сағыу еңеүҙәр теләйем».

Фаягөл ЙОСОПОВА. А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотолары.


Читайте нас: