Бөтә яңылыҡтар
Спорт
22 Ғинуар 2019, 12:18

Тотош республикала алдынғылар

Ҡышҡы IX Рәсәй уҡыусылары спартакиадаһы сиктәрендә 7 ғинуарҙан 9 ғинуарға тиклем Өфө ҡалаһында үткән Башҡортостан Республикаһы беренселеге район саңғысыларына сираттағы уңыштар килтерҙе.

Беренсе көндө классик стилдә ярышта Амаль Латипов 7,5 км дистанцияла иң яҡшы һөҙөмтә күрһәтеп, беренсе урын яуланы. Өсөнсө урын беҙҙең район командаһының икенсе вәкиле - Тимур Фәхриевта. Игнатий Афанасьев дүртенсе булды, был ярыштарға тотош республиканан иң яҡшы саңғысылар йыйылыуын иҫәпкә алһаң, был да насар һөҙөмтә түгел. Икенсе көнөнә лә ярыштар булды. Был көндө Стәрлебаш спортсыларының наградалары тағы бер миҙалға тулыланды - Тимур Фәхриев «көмөш» миҙал яуланы.

11-13 ғинуарҙа Өфөлә саңғы ярыштары буйынса БР чемпионаты һәм беренселеге үтте. Беренсе көндө спортсылар бер километр 400 метр дистанцияға спринт йүгерҙе. Финалға сығыр өсөн өс этап йүгерергә кәрәк ине, дүртенсе этап - финал. Бында Амаль Латипов икенсе, Игнатий Афанасьев - өсөнсө урындар яуланы. Киләһе көндө саңғысыларға дистанцияны коньки йөрөшө менән үтергә кәрәк ине. Беҙҙең өс егет башҡаларҙан айырылып торҙо: Амаль Латипов 15 км дистанцияла «алтын» яуланы, Тимур Фәхриев һәм Игнатий Афанасьев бишәр километр үтеп, тиңдәшле рәүештә, икенсе һәм өсөнсө призерҙар булды. Ҡыҙҙар иң яҡшы унау иҫәбенә инде.

Шәхси эшҡыуар Рәил Фәхриев транспорт менән ярҙам итте, ә Ринат Фәрхшатов ярҙамында команда ағзалары саңғының һәйбәт шыуыуын тәьмин итеүҙе тиҙләтеүсе махсус онтаҡ ҡуллана.

Ярыш йомғаҡтары буйынса Амаль Латипов республиканың йыйылма командаһына индерелгән. Беҙҙең башҡа спортсыларыбыҙ ҙа БР йыйылма командаһына инеп, Рәсәй ярыштарында сығыш яһау мөмкинлегенә эйә.

Шишмә ауылында «КЭС-баскет» мәктәп баскетбол лигаһы чемпионатының төркөм этабының финал уйындары үтте. Тәтешле һәм Ауырғазы командаларынан ҡалышып, беҙҙең спортсылар (һүрәттә) өсөнсө урын яуланы. Финал уйындарында Алмаз Әхмәтов, Морат Фәйзуллин, Имиль Баҡыев, Айҙар Ғәлиәкбәров, Денис Дмитриев, Данис Фәйзуллин, Алмаз Фәйзуллин, Арсен Йәрмиев, Динар Ғарипов, Илмир Ҡорбанғәлиевтар сығыш яһаны. Оҙаҡламай Стәрлебаш баскетболсылары суперфиналда еңеү өсөн көрәшәсәк. Уңыштар теләйбеҙ.


Читайте нас: