Бөтә яңылыҡтар
Спорт
15 Ғинуар 2019, 12:28

Яңы йыл старттары

Беҙҙең район саңғысылары спорт үрҙәрен яулауҙарын дауам итә һәм үҙҙәрен ҡыйыуыраҡ таныта.

Мәҫәлән, улар Ишембай ҡалаһында үткән «Яңы йылда киске саңғы ярышы - 2019» ярыштарында уңышлы сығыш яһаны. Унда барыуҙы спортсыларҙың ата-әсәләре - Алексей Афанасьев, Филүс Кинйәбуҙов, Алһыу Атласова, Рөстәм Ҡадиров, Миҙхәт Саҙриевтар үҙ автомашиналарында ойошторҙо.

Кесе төркөмдә Арсен Ҡадиров алтын миҙал яуланы, Рәнис Ҡорбанов икенсе урынға лайыҡ булды. Стәрлебаш ауылынан һигеҙ йәшлек Арсен Кинйәбуҙов өсөн был беренсе ярыш булды. Әммә малай юғалып ҡалманы, саңғы секцияһында күптән түгел генә шөғөлләнә башлауына ҡарамаҫтан, дистанцияны һәйбәт үтеп, бишенсе булды. Билдәләп үтергә кәрәк, киләһе ярыштарҙа Арсен дүртенсе позицияны яуланы.

2005-2006 йылғы үҫмерҙәр араһында бөтә пьедесталды Стәрлебаш саңғысылары Илназ Хәбибуллин, Данис Ҡорбанов, Динар Атласов (һүрәттә) яуланы. Ләйсән Хөснөтдинова, Амаль Латипов, Тимур Фәхриевтар ҙа призерҙар иҫәбендә. Ярыштарҙа спорт ветерандары ла ҡатнашты. Беҙҙең райондан Ғамил Мәжитов һәм Миҙхәт Саҙриев лайыҡлы сығыш яһап, тиңдәшле рәүештә, беренсе һәм өсөнсө урындар яуланы. Еңеүселәр бағыусыларҙан Грамоталар, миҙалдар һәм аҡсалата бүләкләнде.

Бер аҙнанан һуң Ишембай ҡалаһы йәнә иң көслө саңғысыларҙы ҡабул итте. Был ярыштар беҙҙең спортсыларға сираттағы миҙалдар килтерҙе. Игнатий Афанасьев, Ләйсән Хөснөтдинова, Арсен Ҡадиров, София Мусина, Илназ Хәбибуллин, Юлиә Ибраһимова беренсе урынға лайыҡ булды. Амаль Латипов, Тимур Фәхриев, Данил Афанасьев, Данис һәм Рәнис Ҡорбановтарҙа көмөш миҙал. Йәш спортсы Арина Ғәлиева өсөнсө урын алды. Спорт ветерандары ла уңышлы сығыш яһаны. Валерий Мәжитов һәм Рөстәм Ҡадиров көмөш һәм бронза миҙалдар яуланы.

Барыһын да еңеүҙәре менән ҡотлап, яңы спорт үрҙәре теләйбеҙ.


Читайте нас: