Бөтә яңылыҡтар
Спорт
15 Ғинуар 2019, 12:23

Саңғыға баҫ, ялҡауланма!

Тәтер-Арыҫлан ауылынан Нәғим Рысаев (һүрәттә) ҡышты айырыуса ярата. Быны ул ябай ғына аңлата: ҡыш саңғы спорты менән шөғөлләнеү өсөн һәйбәт мөмкинлек бирә. Нәғим Сәләх улы тыуған ауылының урамдары һәм тыҡрыҡтарында саңғы юлы һалып, көн дә шунан ашыҡмай ғына йөрөй.

Н.Рысаевтың тормошонда спорт һәр саҡ билдәле урын биләй. Мәктәптә уҡығанда еңел атлетика менән мауыға. 17 йәшендә йүгереү буйынса район чемпионы була. Үҫмер шулай уҡ ауыр атлетика менән дә әүҙем шөғөлләнә. Уға Башҡортостан беренселегендә лә сығыш яһарға тура килә (спорттың төрлө төрҙәре буйынса). Уға ҙур спортҡа юл асыҡ кеүек була - һәләттәре лә, ихтыяр көсө лә бар. Әммә барыһын да ғәжәпләндереп, ауыл егете Магнитогорск ҡалаһында урынлашҡан Металлургия училищеһына ҡорос иретеүсегә уҡырға инә. Артабан - институтта белем ала. Спорт менән әүҙем шөғөлләнеп, ярыштарҙа ҡатнашыуын дауам итә. 1967 йылда йүгереү буйынса институтта рекорд ҡуя, шулай уҡ саңғы ярышы буйынса беренсе разряд ала.

Ғүмер буйына Нәғим Сәләх улы металлургияла - Магнитогорск, Өфө ҡалаларында ҡойоу цехында эшләй. Шул уҡ ваҡытта спорттан да айырылмай. Ҡала спорт сараларында, йыш ҡына үҙ предприятиеһы өсөн сығыш яһай. Хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң тағы алты йыл эшләй. Һуңынан тыуған ауылына ҡайтырға ҡарар итә. Бер нисә йыл берәү ҙә йәшәмәгән тыуған йортонда ремонт яһай, газ, һыу үткәрә. Ҡайтҡандан һуң тәүге ваҡыттарҙа, элекке дуҫы Йәғәфәр Шәриповтың саҡырыуы буйынса, төрлө район ярыштарында ҡатнаша. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, аяғы йәрәхәтләнгәндән һуң еңел атлетика менән шөғөлләнеүен туҡтатып, йәйәүләп һәм саңғы менән генә йөрөй.

- Хәҙер иһә рекордтар өсөн түгел, ә сәләмәтлегемде нығытып, яҡшы кәйеф алыр өсөн йөрөйөм. Саңғыла йөрөү организмға, һис шикһеҙ, бик файҙалы. Ул йөрәк-ҡан тамырҙары, тын алыу системаларын нығыта, йоҡоно яҡшырта, - ти ветеран. Ысын металлургҡа хас ҡоростай ихтыяр көсө ярҙамында Нәғим Рысаев көн һайын 5әр км. саңғыла йөрөй. Бер нисә сәғәт саңғыла йөрөү бөгөн уның өсөн ғәҙәти. Ул һәр ваҡыт һәйбәт физик формала, дәртле һәм яҡшы кәйефтә. «Саңғыла йөрөү - сәләмәтлеккә юл» - яҡташыбыҙ, спорт һәм металлургия сәнәғәте ветеранының девизы бына ошондай.

Фаягөл ЙОСОПОВА. Автор фотоһы.
Читайте нас: