Бөтә яңылыҡтар
Спорт
27 Ноябрь 2018, 12:10

Йәш волейболсыларҙың уңыштары

Стәрлетамаҡ ҡалаһында «Лига Тархан» республика волейбол турнирының икенсе туры үтте.

Волейбол майҙансығында Мәләүез, Стәрлетамаҡ, Ишембай, Күмертау ҡалалары һәм Стәрлебаш, Мәләүез райондарынан 2002-2003 йылғы үҫмерҙәрҙән торған иң көслө командалар осрашты. Финал уйынында беҙҙең район егеттәре - Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе (һүрәттә) тәрбиәләнеүселәре - чемпион исеме өсөн турнир хужалары менән ярышты. Һөҙөмтәлә, бер аҙ ҡалышып, турнирҙа икенсе урын яуланы.

Илнур Ғәлиев, Денис Макаров, Арсен Хөсәйенов, Нур Абдуллин, Арсен Мөхәмәтйәнов, Айрат Гәрәев, Артур Баһауетдиновтар район данын яҡланы. Команда тренеры Елизавета Ҡорамшина билдәләүенсә, кесе состав малайҙары ла яҡшы спорт сифаттары күрһәтте.

«Миҙгелде асыу» буйынса волейбол буйынса район ярыштарында Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе волейболсылары командаһы ла башҡаларҙан айырылып торҙо, бында ул ауыл биләмәләре, район ойошмалары, предприятиелары һәм учреждениеларының тәжрибәле йыйылма командалары менән ярышты. Һәм ярыш һөҙөмтәһе буйынса икенсе урынға лайыҡ булды.


Читайте нас: