Бөтә яңылыҡтар
Спорт
2 Октябрь 2018, 16:21

Рафиҡ үрҙәр яулауын дауам итә

Күптән түгел Анапала (Краснодар крайы) Бөтә Рәсәй үҫмерҙәр көрәш сәнғәте уйындарын асыу булды. Унда илебеҙҙең 75 төбәгенән 4 меңдән ашыу йәш спортсы ҡатнашты. Билдәләп үтергә кәрәк, улар араһында беҙҙең яҡташыбыҙ - Рафиҡ Шароян республиканың йыйылма командаһы составында сығыш яһаны.

Үҫмерҙәр уйындарында Рәсәй Спорт министрлығы тарафынан аккредитацияланған 22 спорт төрө: тхэквондо, тай боксы, ушу, айкидо, каратэ, комплекслы көрәш һ.б. күрһәтелде.

Рафиҡ өс төрҙә ҡатнашты һәм яҡшы һөҙөмтә күрһәтте! Мәҫәлән, билбау көрәше буйынса ярышта спортсы ышаныслы беренсе урын яуланы! Ул иһә шулай уҡ тағы ике төр: самбо һәм мас-рестлинг буйынса өс призер иҫәбенә инде. Рафиҡ Шароян республиканы лайыҡлы күрһәтте. Афарин! Билбау көрәше буйынса Башҡортостан дөйөм команда менән беренсе урын яуланы. Киләсәктә лә Рафиҡ яңы спорт үрҙәрен яулауын дауам итер тип ышанабыҙ.

Илдар МОРАТОВ,

балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренер-преподавателе.
Читайте нас: