Бөтә яңылыҡтар
Спорт
28 Сентябрь 2018, 14:51

Спортсыларҙың уңышлы сығыштары

21-23 сентябрҙә Өфө ҡалаһында саңғысылар араһында еңел атлетика кросы һәм саңғы-роллерҙары ярышы буйынса республика чемпионаты һәм беренселеге үтте.

21-23 сентябрҙә Өфө ҡалаһында саңғысылар араһында еңел атлетика кросы һәм саңғы-роллерҙары ярышы буйынса республика чемпионаты һәм беренселеге үтте.Был ярышта Стәрлебаш районы данын 11 спортсы яҡланы. Әйткәндәй, шуларҙың икеһе лайыҡлы сығыш яһаны. Шулай итеп, еңел атлетика кросының беренсе көнөндә 2003-2004 йылда тыуған үҫмерҙәр араһында Тимур Фәхриев икенсе призер булды. Икенсе көнөнә саңғы-роллерҙарында уҙыш булды. Амаль Латипов 9 км дистанцияны уңышлы үтеп, абсолют чемпион булды. Афарин, егеттәр!

Билдәләп үтергә кәрәк, ярыштарҙа беҙҙең республиканан, шулай уҡ Татарстан Республикаһынан, Һамар өлкәһенән барлығы 350 спортсы ҡатнашты. Әлеге ярышта яулаған еңеү республика йыйылма командаһына инеү һәм үҙеңде Бөтә Рәсәй кимәлендә күрһәтеү мөмкинлеге бирә.

Үҙ хәбәрсебеҙ.



Читайте нас: