Бөтә яңылыҡтар
Спорт
9 Сентябрь 2018, 02:00

«Салауат Юлаев» хоккей клубы һаҡсы Алексей Семенов менән килешеү төҙөнө

Өфөнөң «Салауат Юлаев» хоккей клубын тәжрибәле һаҡсы тулыландырҙы. 37 йәшлек Алексей Семенов Континенталь хоккей лигаһының 11-се миҙгеле аҙағынаса Башҡортостан командаһы менән килешеү төҙөнө. Шуны билдәләп үтәйек: хоккейсы быға тиклем дә «юлаев»сылар өсөн сығыш яһағайны инде (2006-2007 йылдарҙа).

«Уҙған йылда хоккейсы Мәскәү өлкәһенең «Витязь» командаһы өсөн сығыш яһаны, 37 уйында ҡатнашып, 12 (6+6) мәрәй йыйҙы», — тип хәбәр ителә «Салауат Юлаев» хоккей клубының рәсми сайтында.
Шулай уҡ Алексей Семенов Крылья Советов (Мәскәү, 1997-98), Sudbury Wolves (OHL, 1998-2000,2000/2001), Hamilton Buldogs (AHL, 1999/2000, 2001/2002), Edmonton Oilers (2002-2004, 2005-2006), СКА (2004/05, 2010-2015), Florida Panthers (2005-2007), San Jose Sharks (2007-2009), Динамо (Мәскәү, 2009-2010), Витязь (Подольск, 2014-2015, 2016-2018) командаларында, Сочи хоккей клубында (2015-16) уйнаны. "Башинформ".
Читайте нас: