Бөтә яңылыҡтар
Спорт
3 Сентябрь 2018, 19:38

Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындарында яҡташтарыбыҙ тажик билбау көрәшендә миҙалдар яуланы

2 сентябрҙә бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындары барышында Башҡортостан вәкилдәре тәүге миҙалдар яуланы.

Гуштини милли камарбанди көрәшендә (тажик милли билбау көрәше) Артур Зөлҡәрнәев 80 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында алтын миҙал алды, ә Рәзил Шабиев 68 килограмға тиклемге категорияла почет пьедесталының өсөнсө баҫҡысына күтәрелде.
Йәкшәмбе «Көк-бөрү» йәрәбәһе лә уҙҙы. Командалар дүрт төркөмгә бүленде (һәр береһендә өсөшәр). Башҡортостан спортсылары Франция һәм Үзбәкстан вәкилдәре менән көс һынаша, тип хәбәр иттеләр республика Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Ҡырғыҙстанға бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындарына Башҡортостандан 36 спортсы юлланды. Ярыштар 8 сентябргә ҡәҙәр дауам итә, унда 66 илдән һәм Рәсәйҙең 11 субъектынан 1 556 спортсы ҡатнаша.
"Башинформ".
Читайте нас: