Бөтә яңылыҡтар
Спорт
28 Август 2018, 18:22

Шахтерҙар көнө хөрмәтенә турнир

Август айының аҙаҡҡы йәкшәмбеһендә илебеҙҙә Шахтерҙар көнө билдәләнде. Был ауыр һәм хәүефле һөнәр эйәләренең байрамы. Уны ошо тармаҡҡа ғүмеренең бик күп йылдарын бағышлаған стәрлебаштар ҙа мотлаҡ билдәләй.

Ағымдағы йылда, мәҫәлән, мини-футбол буйынса турнир үткәрелде. Сараны элекке шахтер Ғөбәйҙулла Әхмәҙиев һәм спорт ветераны Эдуард Ғәфиев ойошторҙо. Уларҙың идеяһын әлеге ваҡытта Стәрлебашта йәшәүсе шахтер хеҙмәттәштәре хупланы һәм турнир бағыусылары булды.

«Стәрле» спорт-һауыҡтырыу комплексы территорияһында үткән уйындар ҡыҙыу барҙы. Уйында ҡатнашҡан алты команданы спорт комитеты рәйесе Рөстәм Яруллин һәм ойоштороусылар сәләмләне. Һөҙөмтәлә, ныҡышмалы көрәштә стәрлебаштар беренсе, ҡуғанаҡбаштар - икенсе, ҡарағоштар - өсөнсө урын яуланы. Улар Кубоктар, ә лидер - шулай уҡ Күсмә Кубок менән бүләкләнде. К.Солтанов (Ҡарағош ауылы) иң яҡшы һөжүм итеүсе, Р.Бикҡолов - һаҡсы, Р.Вилданов - ҡапҡасы (икеһе лә Ҡуғанаҡбаштан) тип танылды. И.Шәрипов иң матур гол индерҙе. Улар иҫтәлекле Кубоктар менән бүләкләнде. Бынан тыш, ойоштороусылар бөтә уйынсыларҙы ҡарбуз һәм эсемлектәр менән һыйланы.

Үҙ хәбәрсебеҙ. Фото Э.ҒӘФИЕВ тарафынан бирелде.
Читайте нас: