Бөтә яңылыҡтар
Спорт
22 Август 2018, 12:30

Иң яҡшы командалар асыҡланды

10 августа Бөтә Рәсәй Физкультурниктар көнөндә саңғы базаһында 15 йәшкә тиклемге йәш төркөмөндә волейбол буйынса «Урам чемпиондары лигаһы. Йәйге старт» район финал ярыштары үтте.

Стәрлебаш ауылы командаһы - балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре (һүрәттә) район зона ярыштарында беренсе урын яулап, финалға сыҡты, унда ла улар беренсе урынға лайыҡ булды. Икенсе урын Йәлембәт урта мәктәбе командаһында. Ҡабыҡҡыуыш волейболсылары өсөнсө призерҙар иҫәбендә.

15 йәшкә тиклемге һәм унан өлкәнерәк йәш төркөмөндә йәштәр командалары араһында район үҙәге командаһы - шулай уҡ балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре - ҡабыҡҡыуыштарҙан бер аҙға ҡалышып - икенсе урын яуланы. Барлыҡ еңеүселәрҙе һәм призерҙарҙы ҡотлап, уларға яңынан-яңы үрҙәр һәм һөнәри оҫталыҡ теләйбеҙ!

Елизавета ҠОРАМШИНА, балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең волейбол буйынса тренер-преподавателе.
Читайте нас: