Уҙған йома райондың спорт һөйөүселәре саңғы базаһы территорияһында йыйылды. Район хакимиәте башлығының тереклекте тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Ильяс Ибәтуллин спорт ветерандарын, уны һөйөүселәрҙе, физкультура уҡытыусыларын, ауыл биләмәләре башлыҡтарын, спортсыларҙы сәләмләне. Ул спорттың маҡсатҡа ынтылыусан, ныҡышмалы, яуаплы булырға, холоҡто сыныҡтырырға ярҙам итеүен билдәләп үтте. Шуға күрә спортҡа ҡарата һөйөүҙе бала саҡтан уҡ тәрбиәләргә кәрәк.
Йыйылыусыларҙың барыһын да байрам менән ҡотлап, ул райондың спорт тормошонда әүҙем ҡатнашҡаны өсөн һәм юбилейҙары уңайынан физкультура уҡытыусылары Рәфис Таймаҫовҡа, Светлана Шәйхуловаға, Фәрғәт Фәсхетдиновҡа һәм спорт ветерандары Хәлил Әхмәтйәновҡа һәм Ғәйнетдин Ҡыҙрасовҡа Рәхмәт хаттары, ә спорт комитеты рәйесе Рөстәм Яруллин район ярыштарында әүҙем ҡатнашҡан ауыл биләмәләренең айырым башлыҡтарына, ойошма һәм учреждение етәкселәренә Маҡтау грамоталары һәм кубоктар тапшырҙы. Июль айында беҙҙең район буйлап үткән факел эстафетаһында ҡатнашҡан спорт ветераны Валерий Мәжитов һәм балалар Рәхмәт хаттары һәм «Донъя йүгереүе» ойоштороу комитеты кубоктары менән бүләкләнде. Рөстәм Латиф улы шулай уҡ 2 августан 6 авгусҡа тиклем Курск өлкәһендә үткән XII Бөтә Рәсәй Йәйге ауыл спорт уйындарында республикабыҙ данын яҡлаған Зөлфиә һәм Винарис Ғилмановтарҙың да ғаиләһен ҡотланы. Дөйөм команда зачетында илдең 37 төбәге араһынан беҙҙең республика өсөнсө урын яуланы.
Артабан төрлө ярыштарға старт бирелде. Спорт байрамында саңғы базаһы бинаһында үҙәк урынды мини-футбол, волейбол һәм шахмат һөйөүселәр биләне. Үҙ көстәрен һынап ҡарарға теләгән йүгереүселәр ҙә аҙ булманы. Еңел атлеттарҙың һәр береһе үҙ категорияһында 100 һәм 1000 метр дистанцияны йүгерҙе. Спорт ярыштары саңғы базаһы территорияһында ғына үтмәне. Бер уҡ ваҡытта «Стәрле» спорт-һауыҡтырыу комплексында балалар араһында шәхси беренселеккә ҡыҙыу ярыштар барҙы. Унда барлығы 28 кеше ҡатнашты. Мини-футбол буйынса ярыштарҙа дүрт балалар һәм алты өлкәндәр командаһы ҡатнашты. Уларҙың барыһы ла - «Урам чемпиондары лигаһы» финал уйынында призлы урындар яулаған зона яраштары еңеүселәре. Ныҡышмалы ярыштан һуң көслө командалар билдәләнде. Өлкәндәр араһында - Стәрлебаш ауыл биләмәһе футболсылары, балалар араһында - Ҡабыҡҡыуыш урта мәктәбе спортсылары.
Волейболсыларҙың өлкән командалары араһында беренсе урында - Ҡуғанаҡбаш ауыл биләмәһе, балалар араһында - балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе. Сарала барлығы 200 тирәһе кеше ҡатнашты, Физкультурник көнөндә 15 ауыл биләмәһенән Аллағыуат һәм Йәшергән ауыл биләмәләре, шулай уҡ район үҙәгенең ҡайһы бер ойошмалары һәм предприятиелары вәкилдәре булманы.
Барлыҡ ҡатнашыусылар ҙа үҙ наградаларына лайыҡ булды, ә иң мөһиме, яҡшы кәйеф алды. Ә беҙ, сәләмәт тәндә - сәләмәт рух тигән төшөнсәне тағы бер тапҡыр хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ. Был профессионалдар, шулай уҡ әүҙем һәм сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыусылар өсөн һәйбәт девиз.
Лиана ЙӘРМИЕВА. Автор фотоһы.