Бөтә донъя футбол менән «йәшәй», ә беҙҙең Рәсәй йыйылма командаһы, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, еңелеп, ярым финалға сыға алманы. Әммә беҙ, Стәрлебаш районы футболсылары, республиканың 14 командаһы араһында мини-футбол буйынса турнирҙа еңеү яуланыҡ.
Был спорт уйындары уҙған шәмбе көндө Ауырғазы районының Төрөмбәт ауылында «Өршәк буйы уйындары» төбәк байрам даирәһендә үтте.
Ярыш олимпия системаһы буйынса уҙғарылды, йәғни, еңелһәң - уйындан сығаһың. Беҙҙең командаға төп финал уйындарына эләгеү еңел булманы. 1/8 финалда беҙ 4:0 иҫәп менән Әлшәй районы командаһын, артабан хужаларҙы еңдек. Ярым финалда Стәрлетамаҡ районы футболсылары менән осраштыҡ, улар 2:0 иҫәп менән еңелде. Бына финал. Беҙгә ҡаршы Ишембай районы командаһы уйнаны. Көрәш тигеҙ булды. Ҡапҡаға штраф туп бәреү генә еңеүсене билдәләне - Рузил Сатучин һәм ошо юлдар авторы ике хәл иткес гол индерҙе. Беҙҙең район йыйылма командаһы составында шулай уҡ Фәнил Рәшитов, Рәил Иҫәнбәтов, Тимур Болотов, Арсель Синәғолов сығыш яһаны. Беренсе урын өсөн уйынсылар төп бүләк - тиҙлекле велосипедтар алды. Был еңеү беҙгә үҙ-үҙебеҙгә ышаныс һәм көс өҫтәне. Киләсәктә лә яңы үрҙәр яуларбыҙ һәм һәйбәт сығыш яһарбыҙ тип ышанабыҙ.
Данияр ВИЛДАНОВ, балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең мини-футбол буйынса тренер-преподавателе.