Бөтә яңылыҡтар
Спорт
22 Июнь 2018, 12:40

Стәрлебаштар спорт һәм физкультура өсөн

Шаршамбы көндө Йәшергән ауыл биләмәһендә райондың физкультура-спорт активының традицион осрашыуы булды. Күсмә семинарҙа район хакимиәте башлығы Ф.З.Туҡтаров, социаль мәсьәләләр буйынса уның урынбаҫары А.Ә.Суфьянова, ауыл биләмәләре хакимиәттәре башлыҡтары, мәктәп директорҙары, физкультура уҡытыусылары, балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе преподавателдәре ҡатнашты.

Йәшергән урта мәктәбенең тамаша залында үткән сараның пленар өлөшө Фәнүр Зөфәр улының сығышынан башланды. Ул беҙҙең районда спортты үҫтереү өсөн ниндәй шарттар булдырылыуын, балаларҙың йәйге ялы сәләмәтлек өсөн файҙалы, ә иң мөһиме, хәүефһеҙ үтһен өсөн ниндәй эштәр башҡарылыуын билдәләне.

- Райондың киләсәге һеҙҙең ҡулда, - тине ул, залда ултырыусыларға мөрәжәғәт итеп, - спорт уйындары серҙәренә өйрәтегеҙ, балаларығыҙҙа спортҡа һөйөү тәрбиәләгеҙ.

Артабан Йәшергән ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Нияз Ғимазов семинарҙа ҡатнашыусыларҙы бында үткәреләсәк киң күләмле спорт һәм мәҙәни саралар менән таныштырҙы.

- Уҙған алты айҙа район спортсылары ХХII республика һәм Рәсәй ярыштарында уңышлы сығыш яһап, төрлө наградалар яуланы. Районда туғыҙ спорт төрө буйынса киң күләмле 24 сара үткәрелде. Күрше райондарҙан волейболсыларҙы саҡырып ветерандар һәм йәштәр араһында волейбол буйынса асыҡ турнир үткәреү изге традицияға әүерелде, - тине сығышында спорт комитеты рәйесе Рөстәм Яруллин. - Хәлекәй ауыл биләмәһе спортсылары сараларҙа иң әүҙем ҡатнаша, Стәрлебаш ауыл биләмәһе вәкилдәре һәйбәт һөҙөмтәләргә ирешеүен дауам итә, милли көрәштә Аллағыуат, Ҡабыҡҡыуыш, Һарайҫа ауыл биләмәләре батырҙарына тиңдәр юҡ, Ҡуғанаҡбаш спортсылары мини-футбол, ә баҡыйҙар волейбол буйынса лидерҙар иҫәбендә. Ағымдағы йылда Ҡуғанаҡбаш ауылында яугир-интернационалистар Азамат Байморатов менән Урал Сәйфетдинов иҫтәлегенә мини-футбол буйынса район турниры ойошторолдо һәм үткәрелде.

Р.Яруллин Стәрлебаш көрәшселәре - балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренер-преподавателе, билбауҙа көрәш буйынса Рәсәй спорт мастеры Илдар Моратовтың тәрбиәләнеүселәренең сағыу еңеүҙәрен айырыуса билдәләп үтте. Улар йылдан - йыл республикала ғына түгел, Бөтә Рәсәй кимәлендә үткән ярыштарҙа ла үҙҙәрен белдерә. 2019 йылда беҙҙең районда ҙур, әһәмиәтле спорт ваҡиғаһы - билбауҙа көрәш буйынса Бөтә Рәсәй турниры көтөлә, тимәк, уны тейешле кимәлдә үткәреү өсөн беҙ барыһын да эшләргә тейеш.

Уҙған 2017-2018 уҡыу йылында балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең эш йомғаҡтары менән уның директоры Илдар Исламоратов таныштырҙы. Мәҫәлән, спорт мәктәбендә 700ҙән ашыу баланы йәлеп итеп, туғыҙ спорт төрө буйынса бүлексәләр эшләне. Балаларҙың күбеһе көрәш менән шөғөлләнә, 145 бала саңғыла йөрөү менән мауыға. Быйыл самбо менән шөғөлләнергә теләгән балаларҙың һаны өс тапҡырға тиерлек артҡан (әйткәндәй, һуңғы ваҡытта самбосылар ҙа һәйбәт һөҙөмтәләр күрһәтә), шул уҡ ваҡытта, тренер булмау сәбәпле, хоккей секцияһы эшләүҙән туҡтаны.

Илнур Илдар улы ГТО нормаларын тапшырыуға бәйле ҡайһы бер мөһим мәлдәргә ентекле туҡталып үтте, артабан, форсаттан файҙаланып, Ф.З.Туҡтаровҡа һәм Р.Л.Яруллинға «ГТО» Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексының алтын отличие билдәләрен тапшырҙы.

Доклад менән шулай уҡ балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренер-преподавателдәре Регина Ғиниәтуллина (еңел атлетика) һәм Рим Хөснөлғатин (самбо) сығыш яһаны.

Сара аҙағында Фәнүр Зөфәр улы балалар-үҫмерҙәр спортын үҫтергәндәре һәм сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалағандары өсөн балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры И.Исламоратовҡа һәм Первомайский урта мәктәбенең физкультура уҡытыусыһы З.Ғилмановаға Рәхмәт хаттары тапшырҙы.

Семинарҙың пленар өлөшө барғансы, Йәшергән ауылының спорт майҙансығында «Урамдар чемпиондар лигаһы. Йәйге старт» проекты даирәһендә мини-футбол һәм волейбол буйынса ярыштар үтте. Мини-футбол буйынса уйын йомғаҡтары түбәндәгесә: өсөнсө урын майҙан хужаларында, буҙаттар икенсе булды, беренсе урында - Тәтер-Арыҫлан командаһы. Динар Атласов «Иң яҡшы уйынсы» исеменә лайыҡ булды. Беренсе һәм икенсе урындар алған командалар август айында үтәсәк финал уйындарында ҡатнашасаҡ.

Фаягөл ЙОСОПОВА. Автор фотоһы.
Читайте нас: