Бөтә яңылыҡтар
Спорт
25 Май 2018, 11:27

Көрәште беҙ яратабыҙ, үҫтерәбеҙ һәм еңәбеҙ!

Быйыл беҙгә республика кимәлендә спорт ярышын үткәреү ышанып тапшырылды - 19 майҙа районда яугир-интернационалистар иҫтәлегенә бағышланған «Милли көрәш» буйынса асыҡ турнир булды. Унда республиканың 9 районынан, Мәләүез һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларынан батыр егеттәр ҡатнашты. 14 ауырлыҡ категорияһында 170 спортсы көрәште. Көрәш район Мәҙәниәт йортоноң спорт залында бер юлы ике келәмдә барҙы. Йәш көрәшселәр ҙә, шулай уҡ өлкәндәр ҙә ихтыяр көсө, етеҙлек һәм оҫталыҡтарын, ә күптәр матур һәм тамашалы көрәш күрһәтте. Шулай булырға тейеш тә, сөнки турнирҙа иң көслө командалар сығыш яһаны!

Спорт сараһын тантаналы асыу район Мәҙәниәт йортоноң тамаша залында булды. Унда Стәрлебаш һәм Стәрлетамаҡ райондары хакимиәттәре башлыҡтары Ф.З.Туҡтаров һәм Р.Р.Баһауетдинов, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары И.Р.Ғүмәров, А.Ғ.Ғәлимов, «БР көрәш һәм билбау көрәше федерацияһы» төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе В.И.Ильясов, профессор, Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре, физик культура техникумы директоры М.Б.Мусаҡаев, «Берҙәм Рәсәй» Бөтә Рәсәй сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһенең төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Р.Р.Ғиззәтуллин, «Уфаоргсинтез» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең нефть эшкәртеү заводының генераль директоры урынбаҫары Н.М.Мәхмүтов, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған тренеры, ирекле көрәш буйынса СССР спорт мастеры Н.К.Хисмәтуллин ҡатнашты. Сараны алып барыусы Илдар Баһауетдинов яҡташыбыҙ, юғары дәрәжәле спортсы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура һәм спорт хеҙмәткәре, ветерандар араһында гер спорты буйынса донъя, Европа һәм Рәсәйҙең күп тапҡыр чемпионы Стәрлебаш районының Почетлы гражданины М.Т.Сөйәрғоловтың ҡаҙаныштары һәм уңыштары тураһында уҡып ишеттергәс, көслө алҡыштар яңғыраны. Сараға яугир-интернационалист Наил Рәжәповтың әсәһе Әлмира Вәлиәхмәт ҡыҙы саҡырылды. Шулай уҡ хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусылар һәм ветерандар йыйылды.

Сәләмләү һүҙендә Фәнүр Зөфәр улы Афған һуғышы ваҡиғалары илебеҙҙән алыҫ булһа ла, улар бихисап ғаиләләргә ҡағылыуын әйтте. Ул Стәрлебаш районын да урап үтмәй. 106 егет Афған һуғышында ҡатнаша, дүртеһенә әйләнеп ҡайтырға насип булмай. Улар иҫтәлегенә йыл һайын спорт саралары үткәрелә. Наил Рәжәпов иҫтәлегенә милли көрәш буйынса үткәрелгән ярыштар - шуларҙың береһе. Унда еңеү һәр көрәшсе өсөн - ҙур бәхет. Билдәләп үтергә кәрәк, Стәрлебаш батырҙары һуңғы йылдарҙа Бөтә Рәсәй һәм төбәк ярыштарында почет пьедесталына йышыраҡ күтәрелә. Юғары һөҙөмтәләргә ирешкән спортсыларға Ф.Туҡтаров аҡсалата бүләктәр тапшырҙы. Сәхнәгә был көндө Рәсәй Чемпионаты еңеүселәре һәм призерҙары: Рафиҡ Шароян, Рөстәм Мөхәмәтшин, Азат Фәтҡлисламов, Фидан Мостафин, Айнур Кинйәбаевтар күтәрелде. Спортсыларҙы әҙерләгәндәре өсөн уларҙың тренерҙары - Илдар Моратов һәм Инсаф Фәйзуллин да премиялар менән бүләкләнде.

- Ошо һәм башҡа көслө егеттәр 80-се йылдарҙағы Стәрлебаш батырҙарының элекке данын ҡайтарҙы, - тине сараның ҡәҙерле ҡунағы Вәкил Ильясов. - Район хакимиәте яғынан ошо спорт сараһына һәм тотош физик культураны үҫтереүгә айырыуса иғтибар бирелә, - тип билдәләне ул. Белем биреү, мәҙәниәт һәм спортты үҫтереүгә өлөш индергәне өсөн Вәкил Искәндәр улы район хакимиәте башлығы Ф.З.Туҡтаровҡа Маҡтау грамотаһы тапшырҙы, район спорт комитеты рәйесе Р.Л.Яруллин, балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры И.И.Исламоратов һәм «Көрәш» буйынса секция тренерҙары Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.

Залда ултырыусыларға һәм шәхсән Әлмира Вәлиәхмәт ҡыҙына Илдус Ғүмәров изге теләктәр белдерҙе. Спорт сараһының тағы бер ҡәҙерле ҡунағы Айҙар Ғәлимов республика турнирының ҡасандыр популяр һәм әһәмиәтле байрам - Пионер көнөнә тура килеүен иҫкә төшөрҙө. Ә турнирға килгәндә ул:

- Идея һәйбәт, герой-яҡташтарҙың иҫтәлегенә хөрмәт күрһәтергә кәрәк. Был ни тиклем ҡыйын һәм ауыр булһа ла, был беҙҙең тарихыбыҙ. Ваҡытты ла, егеттәребеҙҙе лә кире ҡайтарып булмай. Уларҙың әсәләре алдында түбән баш эйәбеҙ, - тине Айҙар Ғәни улы һәм музыкаль бүләк яһаны. Ул тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтырға насип булмағандарҙың иҫтәлегенә йыр башҡарҙы. Шул мәлдә залда ултырыусылар баҫып, артисты көслө алҡыштарға күмде. Был бик тулҡынландырғыс, сағыу һәм ихлас булды.

Артабан спорт залында турнир еңеүсеһе исеменә көрәш дауам итте. Спортсылар бар көсөн һалып көрәште. Уларға шәхси еңеү генә кәрәкмәй ине, сөнки һәр мәрәй команда иҫәбенә йыйылды. Батырҙар көрәшкәнсе, сараның ҡәҙерле ҡунаҡтары локаль һуғыштарҙа һәләк булғандар стелаһына сәскәләр һалып, уларҙы бер минут тын тороп иҫкә алды.

Көрәш буйынса республика турниры беҙҙең көрәшселәрҙең еңеүе менән тамамланды. Кесе төркөмдәрҙең урындары түбәндәгесә бүленде - I урынды Стәрлебаш районы, II урынды Баймаҡ районы көрәшселәре яуланы, йәш көйөргәҙеләр почет пьедесталының өсөнсө баҫҡысына күтәрелде. Өлкән төркөм араһында урындар түбәндәгесә: Стәрлебаш районының 1 һанлы командаһы еңеүсе булды, II урында - Мәләүез районы спортсылары, III урын йәнә беҙҙең район көрәшселәрендә - 2 һанлы командала. Еңеүсе командалар Кубоктар, Грамоталар һәм, тиңдәшле рәүештә, 25000, 20000, 15000 һум күләмендә аҡсалата бүләктәр алды. Шәхси беренселектә еңеүселәр ҙә аҡсалата бүләкләнде.

Ошондай кимәлдә үткәрелгән сара, һис шикһеҙ, ҙур финанс сығымдар талап итә. Ошо турнирға әҙерләнеү даирәһендә район Мәҙәниәт йортоноң спорт залында ремонт эшләнде, спорт инвентары һәм музыка ҡоролмалары һатып алынды. Бағыусылыҡ ярҙамын яҡташтырыбыҙ, беҙҙең районда тыуып-үҫкәндәр: VII саҡырылыш РФ Дәүләт думаһы депутаты Р.Р.Ишһарин, «Уфаоргсинтез» йәмғиәтенең нефть эшкәртеү заводының генераль директоры урынбаҫары Н.М.Мәхмүтов, «Тегедиз» йәмғиәте директоры И.Н.Харасов, шулай уҡ балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренеры И.И.Моратов, район үҙәге ойошмалары: үҙәк район дауаханаһы, район элемтә үзелы, юл ремонт-төҙөлөш идаралығы, райондың ауыл хужалығы предприятиелары: «Нур» агрофирмаһы», «Правда» агрофирмаһы» йәмғиәттәре, Ленин исемендәге, Матросов исемендәге хужалыҡтар, «Күндерәк», «Урожай», «ТОЛПАР» йәмғиәттәре, «ГазСтройИнвест» йәмғиәтенең һыу менән тәьмин итеү эштәре подрядсылары - башҡарыусылары (директоры Р.Ф.Солтанов), «Гипрокат» йәмғиәте (директоры А.В.Калмыков) күрһәтте. Хәйриә ярҙамы күрһәтеүселәр исемлегенә Аллағыуат ауыл биләмәһенән тағы ете фермер һәм ШЭ Р.С. Фәхриев (эскәмйәләр өсөн таҡталар бирҙе) ҡушылды. Районға социаль ярҙам күрһәтеү буйынса хәйриә фондынан 60000 һум аҡса бүленгән. Бағыусыларҙың финанс ярҙамы - балалар һәм үҫмерҙәр спортына, һәләтле спортсыларға, шул иҫәптән район көрәшселәренә ғәйәт ҙур ярҙам. Улар - ысын батырҙар булыуын сираттағы тапҡыр дәлилләне!

Милли көрәш - беҙҙең районда иң яратҡан һәм популяр спорт төрө. Был һис шикһеҙ шулай. Стәрлебаш юғары кимәлдә спорт сараларын үткәреү урыны ғына түгел, сағыу еңеүҙәр территорияһы, ысын чемпиондар тәрбиәләгән ер булып тора!

Фаягөл ЙОСОПОВА.
Читайте нас: