Бөтә яңылыҡтар
Спорт
11 Май 2018, 11:30

Турнир иң көслөләрҙе йыйҙы

Еңеү көнөнә һәм Советтар Союзы Геройы А.Ш.Әхмәтовтың тыуыуының 100 йыллығына бағышланған шахмат турниры 60 шахматсыны йыйҙы. Ярыштар 4 майҙа «Стәрле» спорт-һауыҡтырыу комплексында үтте.

Уйын дүрт йәш төркөмөндә барҙы, унда яңы уйнарға өйрәнгән һәм күп тапҡыр еңеү яулаған тәжрибәле шахматсылар ҙа ҡатнашты. Бына турнирҙа еңеүселәрҙең исемдәре: башланғыс кластар араһында Эльвина Мөрәсева, Софья Ҡунаҡкузина, Ильвина Туҡтарова, Денис Шәрипов, Ленар Сәйәхов, Тимур Хоҙайбирҙин I, II, III урындар яуланы. 5-8 класс уҡыусылар араһында: Сабрина Шәрәфетдинова, Юлиә Мырҙағәлиева, Марина Павлова, Рамазан Ғәлиев, Динар Ғарипов, Реналь Кәримов. Өлкән класс уҡыусылары араһында Зарина Вәлиуллина, Рәйлә Мостафина, Дамир Хәкимов, Фидан Мостафин, Айҙар Әйүпов еңеүсе булды. Өлкәндәр араһында призёрҙар иҫәбендә Илдар Баһауетдинов, Фәрит Ғатауллин, Алик Ибәтуллин, Людмила Павлова.

Район спорт комитеты һәм Герой А.Ш.Әхмәтовтың улы Айрат Абдулла улы ярыш бағыусылары булды.

Әмир ҒАТАУЛЛИН, балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренер-преподавателе. А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотоһы.
Читайте нас: