Спортсының өсөһө лә лайыҡлы көрәште, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, егеттәр призерҙар иҫәбенә инә алманы - дүртенсе булды. Әлегә улар ошо һөҙөмтәнән дә ҡәнәғәт, сөнки егеттәр өсөн был яңы көрәш төрө һәм спортсылар киләсәктә уның менән әүҙемерәк шөғөлләнергә ниәтләй.
Ә бына киләһе ярыштар беҙҙең спортсылар өсөн күпкә уңышлыраҡ булды. Ырымбур ҡалаһында үткән тай боксы буйынса өлкә чемпионаты һәм беренселегендә Тимур Ҡарамышев (һүрәттә) беренсе урын яуланы, Ильяс Атанғолов икенсе призер булды. Ҙур еңеүҙәрегеҙ менән ҡотлайбыҙ, егеттәр!
Рим ХӨСНӨЛҒАТИН, балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе
тренер-преподавателе. Фото автор тарафынан бирелде.