Бөтә яңылыҡтар
Спорт
4 Май 2018, 16:39

Тапҡырҙар көс һынашты

Шашка буйынса район ярыштарында өс йәш төркөмөндә шашкасылар ҡатнашты. Команда беренселегендә 11 мәктәп вәкиле көс һынашты.

Беренсе урынды район үҙәгенең 1-се урта мәктәп, икенсе урынды башланғыс мәктәп, өсөнсө урынды - 2-се урта мәктәп уҡыусылары яуланы.

Икенсе төркөмдә шәхси беренселеккә ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар ярышты. Әлеге категорияла Наил Шәрипов (Йәлембәт ауылы), Вилдан Мөрәсев (башланғыс мәктәп), Илнар Халиҡов (1-се урта мәктәп уҡыусыһы), Ләйсән Дәминова (Йәлембәт ауылы), Юлиә Мырҙағәлиева (1-се урта мәктәп), Динара Ғәҙелшина (Ҡабыҡҡыуыш ауылы) призер булды.

Альберт Нәжмиев (Стәрлебаш ауылы), Тәлғәт Исмәғилев (Табылды), Ғамил Мәжитов (Стәрлебаш), Әлмира Әхмәтова, Нурия Исмәғилева, Хәбирә Фәйрузова (Күндерәк ауыл биләмәһе вәкилдәре) ветерандар араһында еңеү яуланы. Афарин!

Әмир ҒАТАУЛЛИН,

Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренер-преподавателе.

Фото спорт комитеты тарафынан бирелде.
Читайте нас: