Бөтә яңылыҡтар
Спорт
4 Май 2018, 11:26

Баш ҡалала тәүге тапҡыр Эльбрус Ниғмәтуллин ҡатнашлығында бөтә Рәсәй бәһлеүәндәр турниры уҙа

12 майҙа Өфөлә Ҡунаҡһарай алдындағы майҙанда тәүге тапҡыр көс экстримы буйынса «Башҡортостан батыры» мәҙәни-спорт байрамы ойошторола. Унда ҡатнашыу өсөн Башҡортостандың баш ҡалаһына Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән 12 көслө атлет килә.

Сара программаһында лог лифт (120 килограмлыҡ бүрәнәне күтәреү), тракк пулл (йөк машинаһын һөйрәү), автомобилде тартыу (ҡабатлауҙар һанына 1500 килограмм) һәм башҡалар ҡаралған. Ғәҙәти ярыштарҙан тыш, программаға милли ярыштар ҙа индерелгән. Мәҫәлән, стронгмендар 25 килограмлыҡ суҡмар ырғытыуҙа көсөн һынарға тейеш.
Турнирҙы ойоштороусы — пауэрлифтинг һәм армреслинг буйынса спорт мастеры, 2005 йылда «Планетаның иң көслө кешеһе» ярышы вице-чемпионы, дүрт тапҡыр «Рәсәйҙең иң көслө кешеһе» турниры еңеүсеһе, башҡорт батыры Эльбрус Ниғмәтуллин. "Башинформ".
Читайте нас: