Бөтә яңылыҡтар
Спорт
4 Май 2018, 14:25

Бөйөк Еңеү хөрмәтенә эстафета

Иртән көн һалҡынса ине. Артабан болоттар ҡуйырып, бөтөнләй ямғыр яуа башланы. Еңеү көнөнә арналған район еңел атлетика эстафетаһында ҡатнашыусыларҙың хатта бер аҙ кәйефе лә төшкәндәй булды. Әммә, ярыш башланғансы көн аяҙайтып, ҡояш сыҡты һәм һауа торошо ла йылынып, йүгереүселәрҙең күңелен күтәрҙе.

Эстафета башланыр алдынан бөтә командалар сафҡа теҙелеп баҫты. Белем биреү учреждениеларынан 21 команда ҡатнашты, ойошмалар һәм учреждениеларҙың хеҙмәт коллективтары ете, район ауыл биләмәләре - алты команда күрһәтте.

Ҡатнашыусыларҙы район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары А.Ә.Суфьянова сәләмләне. Артабан 1-се урта мәктәптең 14 уҡыусыһы тантаналы шарттарҙа йәш армиясылар сафтарына ҡабул ителде. Улар илдең ысын патриоттары булырға, уны яратырға һәм һаҡларға ант биреп, Альбина Әбүзәр ҡыҙының ҡулынан значоктар алды (өҫтәге һүрәттә).

Эстафетаны ойошмалар һәм ауыл биләмәләре вәкилдәре асты. Бында барыһы ла ябай булды - өс ҡатнашыусы - өс этап. Эстафета район үҙәге урамдары буйлап үтте. Әйтергә кәрәк, спортсылар үҙ бурыстарын яҡшы үтәне. Ауыл биләмәләре араһында Ҡуғанаҡбаш ауыл биләмәһе беренсе урын яуланы, Буҙат ауыл биләмәһе вәкилдәре икенсе булды, өсөнсө призлы урын - ямғырсыларҙа. Район үҙәге ойошмалары һәм предприятиелары араһында һуңғы этапта ярыш ике иң көслө команда - Рәсәй Эске эштәр министрлығының Стәрлебаш районы бүлеге һәм балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе араһында барҙы. Һөҙөмтәлә, финиш һыҙығын беренсе булып полиция хеҙмәткәрҙәре үтте. Өсөнсө урында - үҙәк район дауаханаһы вәкилдәре.

Мәктәп уҡыусылары оҫталыҡтарын тулы кимәлдә күрһәтә алды. Дистанцияла улар яҡшы йүгереү техникаһын, еңеүгә ынтылыш күрһәтте. Һөҙөмтәлә, 5-7 кластар араһында Первомаский урта мәктәбенең йыйылма командаһы еңеү яуланы, 2-се Стәрлебаш урта мәктәбе спортсылары икенсе, ә 1-се Стәрлебаш урта мәктәбенең йәш атлеттары өсөнсө урынға лайыҡ булды. Әммә был көндө спорт эстафетаһы тарихында беренсе тапҡыр 1-се Стәрлебаш урта мәктәбе күрһәткән барлыҡ өс команда ошо йәш категорияһында бөтә призлы урындарҙы яуланы!

Еңел атлетика эстафетаһы еңеүселәре һәм призерҙары миҙалдар һәм Грамоталар менән бүләкләнде, ә командаларға район спорт комитетынан кубоктар тапшырылды.

Фаягөл ЙОСОПОВА. Автор фотоһы.
Читайте нас: