Киң күләмле спорт сараһы тантаналы теҙелеүҙән башланды, унда мәктәп уҡыусылары алдында мәктәп директоры Р.В.Мирхәйҙәров, Йәүҙәт Батыргәрәй улының улы К.Й.Ғәлиев, Стәрлебаш район ветерандар советы рәйесе К.Х.Шәрәфетдинов, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан А.М.Абдрахманов, педагогик хеҙмәт ветераны В.Л.Ғәлиев, район спорт комитеты рәйесе Р.Л.Яруллин һәм башҡалар сығыш яһаны. Улар Тыуған илде һаҡлаусыларҙың иҫтәлеген хөрмәт итергә, һалдаттарыбыҙҙың ҡаһарманлығын һәм яу яландарында батырҙарса һуғышыуын, ата-бабаларыбыҙ, өләсәйҙәребеҙҙең иңдәренә төшкән ауырлыҡтарҙы онотмаҫҡа, өлкән быуынды хөрмәт итергә, Ватаныбыҙҙы яратырға һәм ҡәҙерләп һаҡларға саҡырҙы. Ошонда уҡ Абдрахман Мөхәмәтғәли улына Ҡыҙыл Армияның 100 йыллығына иҫтәлекле миҙал тапшырҙылар.
Рәсәй гимны яңғырағандан һуң спорт ярыштарының баш судьяһы, физкультура уҡытыусыһы Марс Әсәҙуллин йыйылыусыларҙы ярыш программаһы менән таныштырҙы. Ул ятҡан килеш ҡулдарҙа этелеү, оҙонлоҡҡа һикереү, турникта күтәрелеү, арҡала ятҡан килеш кәүҙәне күтәреү кеүек яҡшы таныш күнекмәләрҙән торҙо.
Йылдан-йыл сара күберәк ҡатнашыусыларҙы йәлеп итә. Мәктәп уҡыусыларынан тыш, ата-әсәләр ҙә, уҡытыусылар ҙа рәхәтләнеп физик сифаттарын күрһәтте. Барыһы ла лайыҡлы сығыш яһаны. Кемдер бер күнекмәлә иң яҡшыһы булһа, икенселәр башҡаларында. Өфө ҡалаһынан ошондай әһәмиәтле сараға килгән ҡунаҡтар - Йәүҙәт Батыргәрәй улының бүләләре Артем һәм Александр Наумовтар ҙа ярыштарҙа әүҙем ҡатнашып, призлы урындар яуланы. Әйткәндәй, был көндө һәр икенсе ҡатнашыусы тиерлек миҙалдар, грамоталар һәм бүләктәр алды. Ҡайһы берәүҙәр хатта икешәр наградаға лайыҡ булды! Башланғыс кластар уҡыусыларын бүләкләү тантанаһы айырыуса тулҡынландырғыс булды. Йәш спортсылар алған миҙалдарын шундай ғорурлыҡ һәм ҡыҙыҡһыныу менән ҡараны (һүрәттә)! Сөнки уларҙың күптәре өсөн был беренсе награда ине!
Ярыш йомғаҡтары буйынса, 5-6 кластар араһында 6 «А», 7-8 кластар араһында - 8 «Б», өлкән кластар араһында 10 класс иң яҡшыһы тип танылды. Шулай уҡ абсолют еңеүселәр билдәләнде: Рәнис Мусин, Дарина Ибәтуллина, Игнатий Афанасьев, Жанна Макарова, Арсен Йәрмиев, Әлиә Шәрипова.
Был көндө 2-се урта мәктәптең сираттағы тапҡыр спорт-патриотик проектты тормошҡа ашырыу майҙансығы булыуы һөйөнөслө. Бер яҡтан, бындай саралар үҫеп килеүсе быуында илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләй, икенсе яҡтан, спортсыларҙы яңы маҡсаттарға дәртләндерә, уларҙың спорт оҫталыҡтарын арттыра. Был сараны традицион ярыштарға әүерелдергәндәре өсөн ойоштороусыларға һәм бағыусылыҡ ярҙамы күрһәткән Й.Ғәлиевтың балаларына ҙур рәхмәт.