Бөтә яңылыҡтар
Спорт
6 Апрель 2018, 11:44

Саңғысыларҙың сағыу сығыштары

Беҙҙең район спортсылары ярыштарҙа уңышлы сығыш яһауҙарын дауам итә. Мәҫәлән, Миәкә районының Елдәр ауылында үткән СССРҙың спорт мастеры Х.Х.Ғәлишин призына традицион саңғы ярыштарында Амаль Латипов менән Ләйсән Хөснөтдинова алтын миҙал яуланы, Игнат Афанасьев икенсе урынға лайыҡ булды.

Илназ Хәбибуллин менән Милена Мәүлетова бронза миҙалдар алды. Стәрлебаш спортсылары Стәрлетамаҡ ҡалаһында үткән Олимпия уйындары призеры, биатлон буйынса өс тапҡыр донъя чемпионы Максим Чудов призына «Дуҫтар кубогы» ярыштарында бик яҡшы сығыш яһап, призер булды.

Шулай уҡ Стәрлетамаҡ ҡалаһында үткән уҡытыусы, спортсы, тренер А.Т.Сафронов иҫтәлегенә бағышланған ярыштарҙа беҙҙең райондан алты спортсы призер иҫәбенә инде.

Ете район араһында саңғы ярыштары буйынса республика Мәғариф министрлығы беренселегендә беҙҙең команда дүртенсе урын яуланы. Шәхси зачетта Амаль Латипов башҡаларҙан айырылып торҙо, ул классик стилдә беренсе һәм ирекле стилдә икенсе урын яуланы. Ярыштар Күмертау ҡалаһында үтте.

Иң яҡшы өсәү иҫәбендә

Көйөргәҙе районының Ермолаево ауылында XXVI ауыл спорт уйындары зачетына мини-футбол буйынса зона республика ярыштары үтте, унда республиканың алты районынан алты команда ҡатнашты. Беҙҙең район спортсылары командаһы һәйбәт уйын күрһәтеп, өсөнсө урын яуланы.
Читайте нас: