Бөтә яңылыҡтар
Спорт
30 Март 2018, 11:53

Елдәй етеҙ елде саңғысылар

23 мартта Стәрлебаш ауылының саңғы базаһына спорт һөйөүселәр йыйылды. Был көндө күптән инде традицияға ғына түгел, ә ысын ҡышҡы спорт байрамына әүерелгән район хакимиәте башлығы призына ярыштар үтте.

Ярышта ҡатнашыусыларҙы сәләмләргә һәм хупларға район хакимиәте башлығы Ф.З.Туҡтаров ейәне Искәндәр менән килгәйне. Ул да был көндө саңғыға баҫты, әммә ярышта ҡатнашманы.

- Ейәнем саңғыға ҡарағанда, күберәк йөҙөргә ярата, - тип билдәләне Фәнүр Зөфәр улы.

Бала нимә менән генә шөғөлләнһә лә, иң мөһиме уны бәләкәй саҡтан уҡ спортҡа ылыҡтырыу. Әүҙем булып, спортты ярата икән, тимәк, ул сәләмәт буласаҡ, ошонан да мөһимерәк нимә юҡтыр!

Был көндө стартҡа 130ҙан ашыу кеше баҫты. Улар араһында оҙаҡ йылдар ошо спорт төрө менән шөғөлләнеүселәр ҙә, тәүге тапҡыр саңғыға баҫыусылар ҙа бар ине. Һуңғылар рәтенә ата-әсәһенә ярышта ҡатнашыу теләген белдереп, ете йәшлек Данияр инә. Ул туғыҙ - ун йәшлек балалар менән ярышырға ҡурҡманы, сөнки программаға ярашлы, спортсыларҙың иң кесе төркөмөнә 2008-2009 йылда тыуған башланғыс кластар уҡыусылары инде. Шуға ҡарамаҫтан, Данияр дистанцияны лайыҡлы үтте.

- Ул призерҙар иҫәбенә инмәне, әммә аҙаҡҡы ла булып килмәне. Беҙҙең өсөн дә, уның үҙенә лә иң мөһиме - ҡатнашыу, - ти йәш саңғысының ата-әсәһе Гүзәл менән Ирек Фәйзуллиндар.

Әйтергә кәрәк, ярышта көйәрмәндәр күп булды. Саңғы спортында ҡатнашҡан Арина Ғәлиева өсөн ата-әсәһе генә түгел, олатаһы - Миҙхәт Саҙриев та көйәрмәнлек итте. Ҡыҙ үҙ төркөмөндә йәнә беренсе булды! Унан һуң Сафия Мусина менән Эльвина Мөрәсева финиш һыҙығын үтте. Әйткәндәй, Миҙхәт Һиҙиәт улы ла ейәнсәренән ҡалышманы һәм һәйбәт һөҙөмтә күрһәтте - ветерандар араһында беренсе урын яуланы. Ярышта тотош ғаиләләре менән дә ҡатнашыуҙары һөйөндөрә. Мәҫәлән, Афанасьевтар: атаһы Алексей, улдары Данил һәм Игнат берәр алтын миҙал яуланы!

Ҡар ҡатыш ямғыр менән ел спортсыларға бер аҙ ҡамасауланы. Һуңғы төркөмдәрҙә ярышҡандарға боҙолған трассанан шыуырға тура килде. Был етди ауырлыҡтар тыуҙырҙы. Йығылған спортсылар ҙа булды, әммә уларҙың береһе лә дистанциянан сыҡманы. Афарин! Һуңынан, теләгән һәр кем «Амазонка» кафеһы (ШЭ Мөхәмәтйәрова) ашнаҡсылары әҙерләгән тәмле бутҡа, салат, тәмлекәстәр һәм ҡайнар сәй менән тамаҡ ялғай алды. Билдәләп үтергә кәрәк, ярышта ҡатнашыусыларҙы туҡландырыу, приз, шул уҡ аҡсалата бүләктәр район хакимиәте башлығы Ф.З.Туҡтаровтың шәхси иҫәбенән булды.

Шулай итеп, Кирилл Павлов, Динар Хәкетдинов, Рәнис Ҡорбанов, Милена Ефремова, Юлиә Ибраһимова, Азалия Ҡарамышева, Камил Хәсәнов, Эрнест Ҡадиров, Светлана Денисова, Арина Ефремова, Изольда Павлова, Илназ Хәбибуллин, Рәнис Мусин, Ләйсән Хөснөтдинова, Милена Мәүлетова, Жанна Макарова, Амаль Латипов, Тимур Фәхриев, Камил Ғәлимов ярыш еңеүселәре һәм призерҙары (юғарыла әйтелгәндәрҙән тыш) булды. Шулай уҡ ойошмалар, ауыл биләмәләре һәм ветерандар араһында шәхси һәм команда зачетына ла еңеүселәр билдәләнде.

- Был ысын спорт байрамы булды, өлкәндәргә һәм балаларға етеҙлек сифаттарын күрһәтергә мөмкинлек биргәнегеҙ өсөн Һеҙгә ҙур рәхмәт. Тап ошондай ярыштарҙы бигерәк тә балалар түҙемһеҙләнеп көтә, улар ентекле әҙерләнә, ҙур теләк менән рәхәтләнеп ҡатнаша, - тип мөрәжәғәт итте рәхмәт һүҙҙәре менән район хакимиәте башлығына оҫта саңғысы Амаль Латиповтың әсәһе Альбина Альберт ҡыҙы.

Үҙ сиратында Фәнүр Зөфәр улы, әлеге сараны ойоштороуҙа ҡатнашҡандарҙың барыһына ла, ә спортсыларға - әүҙемлек күрһәткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе. Саңғы ярышында еңеүселәргә ул грамоталар, миҙалдар һәм аҡсалата бүләктәр, командаларға - кубоктар тапшырҙы (һүрәттә).

Бер көн алдан район спортсылары спорт мәктәбендә тәрбиәләнеүселәр араһында саңғы ярыштары буйынса Башҡортостан Республикаһы беренселегендә ҡатнашты. Үҙ йәш төркөмөндә Амаль Латипов икенсе, Игнат Афанасьев - өсөнсө урындар яуланы. Камил Ғәлимов иң яҡшы етәү иҫәбенә инде. Ә шәмбе, 24 мартта, балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре Ишембай ҡалаһында үткән XXIII саңғы марафонында сығыш яһаны. Тимур Фәхриев өсөнсө урын яуланы, Ләйсән Хөснөтдинова икенсе һөҙөмтә күрһәтте, Амаль Латипов 46 спортсы араһында беренсе урынға лайыҡ булды, шулай уҡ Илназ Хәбибуллин үҙ йәш төркөмөндә еңеүсе булды.

***

Ә хәҙер көс талап иткән спорт тураһында. 23-25 мартта Октябрьский ҡалаһында үҫмерҙәр һәм ҡыҙҙар араһында көрәш буйынса республика беренселеге үтте. Бында Рафиҡ Шароян йәнә һәйбәт һөҙөмтә күрһәтеп, үҙ ауырлыҡ категорияһында еңеү яулап, республиканың йыйылма командаһына инде. Беренселектә өсөнсө урын яулаған Камила Рафиҡова ла йыйылма команда составына инеп, Бөтә Рәсәй ярыштарында Башҡортостанды күрһәтеү мөмкинлегенә эйә булды. Өс призер иҫәбенә Айнур Собханғолов менән Райман Моратов та инде.

Фаягөл ЙОСОПОВА. Автор фотолары.
Читайте нас: