Бөтә яңылыҡтар
Спорт
18 Март 2018, 19:36

«Салауат Юлаев» хоккей клубының йәш көйәрмәндәре Рәсәй Президентын һайлауҙа әүҙем булғандары өсөн бүләктәр алды

18 мартта Өфөлә «Һайлауҙар-2018» йәмәғәт матбуғат үҙәгендә «Салауат Юлаев» хоккей клубы ойошторған конкурс еңеүселәрен бүләкләнеләр.

Бүләкләү өсөн Өфө командаһының 18 йәшлек көйәрмәндәрен: Кристина Ростованы, Айрат Нуретдиновты, Эрик Хәбибовты һәм Азамат Хасаяновты саҡырҙылар.
«Һайлау участкаһына килеп, Рәсәй Президенты өсөн тауыш биреү – һәр кемдең гражданлыҡ бурысы, тип уйлайбыҙ, — тине йәш көйәрмән Азамат Хасаянов. — Мин тауыш бирҙем дә инде. Беҙ, йәш быуын булараҡ, һайлауҙарҙа мотлаҡ ҡатнашырға тейеш, сөнки киләсәк беҙҙең ҡулда».
Шулай уҡ бүләкләүҙә Өфөнөң «Ағиҙел» ҡатын-ҡыҙҙар хоккей командаһы һәм Рәсәй йыйылмаһы ҡапҡасыһы Анна Пругова булды. 24 йәшлек хоккейсы рәсәйҙәрҙең байтағы илебеҙ президенты өсөн тауыш бирергә килер һәм дөрөҫ аҙым яһар тигән ышаныс белдерҙе. "Башинформ".
Читайте нас: