Бөтә яңылыҡтар
Спорт
17 Март 2018, 14:15

Алға, «Салауат епархияһы саңғы юлы»на

Байрам көндө, 8 Мартта, саңғы базаһы «Салауат епархияһы саңғы юлы– 2018» III Асыҡ йыл һайын үткәрелеүсе саңғы ярышында ҡатнашыусыларҙы – дин әһелдәрен, Йәкшәмбе мәктәптәре уҡыусыларын, уҡытыусыларын һәм директорҙарын, йәштәр хәрәкәте активистарын, «Димитрий Донской» православие хәрби-ватансылыҡ клубы һәм балалар йорттары тәрбиәләнеүселәрен, шайба менән хоккей уйнау буйынса Салауат епархияһының йыйылма командаһы уйынсыларын, һаңғырау-телһеҙҙәр йәмғиәте вәкилдәрен, Украинаның көньяҡ-көнсығышынан килтерелгән балаларҙы сәләмләне.

Башҡа йылдарҙа ярыштар Ишембай һәм Күмертау ҡалаларында үткәрелгән. Киләһе йылда спортсылар Ишембай районында, Аркиялан тауы итәгендә осрашасаҡ.

Православие динен тотоусылар традицияһы буйынса ярыштарҙы рәсми асыу ғибәҙәт ҡылыуҙан башланды, артабан ил һәм республика гимндары яңғыраны.

Сараны асыу тантанаһында район хакимиәте башлығы Ф.З.Туҡтаров барлыҡ ҡатнашыусыларға сәләмәтлек, именлек һәм еңел саңғы юлы теләне. Владыка Николай, үҙ сиратында, Фәнүр Зөфәр улына спорт сараһын ойоштороуҙа һәм үткәреүҙә ярҙамы өсөн рәхмәт белдерҙе, шулай уҡ барыһына ла алдағы саңғы ярышында уңыштар теләне.

Барлыҡ йүгереүҙәр үҙенсәлекле, тамашалы булды. Һәр кем айырылып торҙо. Ҡатнашыусылар барлыҡ көстәренә тырышты. Улар спортсының йәшенә ҡарап 1 км, 1,5 км һәм 3 км дистанцияға ярышты. Билдәләргә кәрәк, епархиаль саңғы юлының иң бәләкәй ҡатнашыусыһына өс йәш, иң өлкәненә – 85 йәш булды!

Ярышта еңеүселәр һәм ҡатнашыусылар кубоктар һәм Маҡтау грамоталары менән бүләкләнде.

Материал һәм фото район хакимиәте сайтынан алынды.
Читайте нас: