Бөтә яңылыҡтар
Спорт
27 Февраль 2018, 16:47

Уҡыусылар ярышты

17 февралдә 100гә яҡын ҡышҡы спорт төрөн һөйөүсе йәнә саңғыға баҫты.

Был көндө мәктәп уҡыусылары, район үҙәге ойошмалары, предприятиелары һәм учреждениелары хеҙмәткәрҙәре, ауыл биләмәләре вәкилдәре араһында саңғы буйынса район ярыштарында иң яҡшы спортсылар билдәләнде. Мәктәп уҡыусылары иң әүҙемдәре булды. Улар бар көсөн һалып, чемпион исеме өсөн ярышты! Һөҙөмтәлә, пьедесталдың иң юғары баҫҡысына Арина Ғәлиева (башланғыс мәктәп), Кирилл Павлов, Данил Афанасьев, Милена Ефремова, Евгения Иванова, Игнат Афанасьев, Ләйсән Хөснөтдинова (барыһы ла 2-се урта мәктәп уҡыусылары), Амаль Латипов (1-се мәктәп) күтәрелде. Ойошмалар араһында район мәғариф бүлеге вәкилдәре Ғамил Мәжитов, Светлана Шәйхулова иң яҡшы ваҡыт күрһәтте, ауыл биләмәләре ҡатын-ҡыҙҙары араһында Сөмбөл Ильясова (Стәрлебаш ауыл биләмәһе), ир-егеттәр араһында Нәзир Мостафаев (Хәлекәй ауыл биләмәһе) финиш һыҙығын беренсе булып үттеләр.

Үҙ хәбәрсебеҙ.
Читайте нас: