Бөтә яңылыҡтар
Спорт
27 Февраль 2018, 16:51

Саңғы юлында - уҡытыусылар!

Быйыл ҡыш ҡар аҙ булыуға ҡарамаҫтан, Стәрлебаш ауылының саңғы базаһында ярыштар аҙна һайын үтә, тип әйтергә мөмкин. Шулай итеп, уҙған шәмбе, саңғы эстафетаһы даирәһендә республиканың белем биреү учреждениелары хеҙмәткәрҙәре араһында «Сәләмәтлек» Спартакиадаһы зачетына, иң яҡшы саңғысылар командаһы исеме өсөн спорт мәктәптәре уҡытыусылары һәм тренер-преподавателдәре көс һынашты.

- Һеҙҙә ҡар күберәк әле, ә беҙҙә бөтөнләй аҙ. Ныҡлы күнекмәләр яһай ҙа алманым, - ти әңгәмәсем, Күгәрсен районы Сәйетҡол ауылының балалар баҡсаһы мөдире Рәсилә Әхмәтйәнова. Спорт менән ул бала саҡтан уҡ шөғөлләнә. - Район ярыштарында йыш ҡатнашам, ә бындай ярышҡа тәүге тапҡыр килдем, - ти ул.

Унан айырмалы рәүештә, Спартакиаданың икенсе ҡатнашыусыһы, Миәкә районы вәкиле Гөлсинә Ҡусҡарова ошондай ярыштарға йыл һайын йөрөй. Ул 34 йыл физкультура уҡытыусыһы булып эшләй!

- Физкультураға ҡарата һөйөү уятҡаны өсөн тәүге уҡытыусым, һеҙҙең яҡташығыҙ Хәлил Әхмәтйәновҡа сикһеҙ рәхмәтлемен. Шул саҡтан алып үҙемде әүҙем ял, хәрәкәт һәм спорттан башҡа күҙ алдына ла килтерә алмайым.

Район хакимиәте башлығының тереклекте тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса урынбаҫары И.Ғ.Ибәтуллин, район мәғариф бүлеге начальнигы М.Ә.Кәримов, РФ халыҡ мәғарифы һәм фән хеҙмәткәрҙәренең район профсоюз ойошмаһы рәйесе Р.Т.Рысаев Спартакиадала ҡатнашыусыларҙы йылы сәләмләне.

Эстафета дүрт этапта үтте. Һәр команда ағзаһы ике километр дистанция үтте. Башҡа командаларҙан ҙур айырма менән Миәкә районы командаһы беренсе булды. Айһылыу Хәлилова, Светлана Шәйхулова, Ғамил Мәжитов, Александр Кузнецов составында беҙҙең район командаһы икенсе урында. Өсөнсө урын Күгәрсен районы вәкилдәрендә. Әлшәй районы командаһы, бик тышыһа ла, призерҙар иҫәбенә инә алманы.

«Сәләмәтлек» спартакиадаһы дауам итә. Икенсе тапҡыр педагогтар өҫтәл теннисы һәм шахмат буйынса иң көслө команданы күрһәтәсәк.

Фаягөл ЙОСОПОВА. А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотоһы.
Читайте нас: