Бөтә яңылыҡтар
Спорт
27 Февраль 2018, 17:19

Осрашыу урыны - фестиваль

Район ауыл биләмәләре, учреждение һәм ойошмаларының көслө зат вәкилдәре араһында иң етеҙҙәрҙе, көслөләрҙе асыҡлау маҡсатында «Стәрле» спорт-һауыҡтырыу комплексында ир-егеттәр спорт фестивале үтте.

Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Альбина Суфьянова менән урындағы «Берҙәм Рәсәй» партияһының башҡарма комитеты етәксеһе Наилә Ғиззәтуллина ярышҡа старт бирҙе. Район Мәҙәниәт йорто артистары Рөстәм Ғәлиев менән Гөлфизә Хәйруллинаның музыкаль бүләге ошо сараға байрам кәйефе өҫтәне.

Фестивалдә ҡатнашыусылар винтовканан атыу, турниктә күтәрелеү, урындан һикереү, йөҙөү буйынса үҙ һәләттәрен күрһәтте. Спорт комплексы буфетында «Берҙәм Рәсәй» партияһының урындағы бүлексәһе тарафынан сәй эсеү табыны ойошторолдо. Ир-егеттәр өсөн фестиваль үҙҙәренең физик һәләттәрен күрһәтеү мөмкинлегенән тыш, аралашыу һәм ял итеү сараһы ла булды. Еңеүселәргә грамоталар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

Лиана ЙӘРМИЕВА. Автор фотоһы.
Читайте нас: