Бөтә яңылыҡтар
Спорт
27 Февраль 2018, 16:44

Иң әүҙемдәр көс һынашты

Февраль айы спорт уйындарына бай булды. Көньяҡ Кореяла Олимпия уйындарында бөтә донъя спортсылары миҙалдар өсөн көрәште, рекордтар ҡуйҙы, еңелде... Беҙҙе район спортсылары ла уҙған аҙнала район, шулай уҡ зональ кимәлдә бер нисә спорт сараһында ҡатнашты.

БР мәктәп уҡыусылары араһында XX спартакиада зачеты иҫәбенә мәктәп ярыштарында дөйөм команда менән беренсе урын яулап, көрәшселәребеҙ беҙҙе йәнә һөйөндөрҙө. Шулай итеп улар финалда ҡатнашасаҡ. Икенсе урында - Күгәрсен районы батырҙары, өсөнсө урынды Көйөргәҙе һәм Федоровка райондары спортсылары яуланы. Шәхси зачетта туғыҙ ауырлыҡ категорияһында Стәрлебаш батырҙары һигеҙ беренсе урын һәм ни бары бер икенсе урын алды! Турнир «Стәрле» спорт-һауыҡтырыу комплексында үтте.

***

Ватанды һаҡлаусылар көнөнә бағышланған самбо буйынса район-ара ярыштар шулай уҡ ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс булды. Улар ҙа «Стәрле» спорт-һауыҡтырыу комплексында үтте. Ярыш башында район спорт комитеты рәйесе Рөстәм Яруллин район хакимиәте башлығы исеменән самбо көрәше буйынса беҙҙең командаға спорт келәме һатып алыуға Сертификат тапшырҙы.

Турнирҙа дүрт райондан 60 үҫмер ҡатнашты. Стәрлебаштар Әлмир Фәйзуллин, Айнур Хужин, Рафиҡ Шароян, Рөстәм Мөхәмәтшин, Денис Ғиззетдинов үҙ ауырлыҡ категорияларында чемпион булды.

Үҙ хәбәрсебеҙ. А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотоһы.
Читайте нас: