Бөтә яңылыҡтар
Спорт
9 Февраль 2018, 16:28

Елдән етеҙ саңғысылар уҙышы

Уҙған шәмбе көндө Стәрлебаш ауылының саңғы базаһында беҙҙең район ғына түгел, ә тотош көньяҡ-көнбайыш зонаһы саңғысыларының йәнә осрашыу урынына әүерелде. Был көндө республика уҡыусыларының XX спартакиадаһы зачетына команда беренселегенә саңғы ярыштары үтте.

Спорт сараһын асып, район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Альбина Суфьянова йыйылыусыларҙы сәләмләп, ярышта ҡатнашыусыларға уңыштар теләне.

Артабан саңғы ярыштары башланды. Һәр кем иң яҡшы ваҡыт күрһәтергә тырышып, бар көсөнә еңеү өсөн көрәште. Ярышта ҡатнашыуға биш райондан биш команда теләк белдерҙе. Һәр командала унар кеше. Еңеүсе команданы билдәләгәндә һәр спортсының һөҙөмтәһе иҫәпкә алынды. Йыйылған мәрәйҙәр суммаһы буйынса 2004-2005 йылғы саңғысылар араһында III урында Көйөргәҙе районы командаһы булды, беҙҙең саңғысылар «көмөш» яуланы, ә ошо йәш төркөмөндә Миәкә районы спортсылары еңеүсе булды. Миәкәләр был көндө бик яҡшы сығыш яһаны. Быға дәлил - кесе төркөм спортсылары (11-12 йәш) араһында бөтә почет пьедесталын ошо команда вәкилдәре яуланы, шулай итеп, Миәкә районының йәш спортсылары беренсе урынға лайыҡ булды. Көйөргәҙе районы командаһы пьедесталдың икенсе баҫҡысына күтәрелде, беҙҙең спортсылар өсөнсө булды. Шәхси зачетта Игнат Афанасьев (I урын), Илназ Хәбибуллин (II урын), Милена Ефремова (II урын), Галина Григорьева (III урын), Жанна Макарова (III урын) яуланы.

Ярышта ҡатнашыусылар өсөн район үҙәгенең 2-се мәктәбе ашханаһында тәмле төшкө аш ойошторолдо, ә сара мәлендә «Амазонка» кафеһы ашнаҡсылары тәмле ҡамыр аштары сауҙа итте, йылы сәй эсерҙе. Шулай уҡ бында ашығыс ярҙам бригадаһы дежур итте, ә хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре тәртип һағында торҙо. Бәхеткә күрә, уларҙың ярҙамы кәрәкмәне - ярыштар йәрәхәтһеҙ һәм башҡа көтөлмәгән хәлдәрһеҙ үтте.

Ярышҡа килгән ҡунаҡтар һәйбәт әҙерләнгән саңғы трассаһын һәм базала булдырылған уңайлы шарттарҙы билдәләне.

***

Ғинуар айында беҙҙең спортсылар Ишембай ҡалаһында саңғы ярыштарында сығыш яһаны. 1 км дистанцияла башланғыс мәктәп уҡыусыһы Арина Ғәлиева II урын яуланы, Ләйсән Хөснөтдинова (3 км) өсөнсө һөҙөмтә күрһәтте. Почет пьедесталына был көндө Амаль Латипов күтәрелде. Афарин!

Фаягөл ЙОСОПОВА.

А.ЗӘЙНЕТДИНОВ

фотоһы.

***

4 февралдә Күмертау ҡалаһында асыҡ саңғы марафоны үтте. Стәрлебаш егеттәренә тирә-яҡтағы тәжрибәле һәм көслө спортсылар менән ярышырға тура килде. Был ярышҡа беҙҙең республиканан ғына түгел, күрше Ырымбур өлкәһенән, Магнитогорск ҡалаһынан да саңғысылар йыйылды. Марафон ҡала стадионында үтте. Ҡатнашыусылар 5 километрҙан алып 50 километрға тиклем дистанция үтте. Беҙҙең егеттәр һәйбәт һөҙөмтә күрһәтте! Амаль Латипов 20 км дистанцияла сағыу еңеү яуланы. Уның команда буйынса иптәше Камил Ғәлимов икенсе призер булды. 10 км арала Игнат Афанасьев финишҡа шулай уҡ икенсе һөҙөмтә менән килде. Ләйсән Хөснөтдинова, Милена Мәүлетова, Илназ Хәбибуллин, Тимур Фәхриев был көндө призерҙар иҫәбенә инә алмаһалар ҙа, дистанцияларын лайыҡлы үтте. Афарин! Ҡатнашҡан өсөн улар иҫтәлекле сертификаттар алды. Еңеүселәр һәм призерҙарға Дипломдар, миҙалдар һәм бүләктәр тапшырылды.

Ғамил МӘЖИТОВ,

балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренер-преподавателе, спорт ветераны.

Фото автор тарафынан бирелде.
Читайте нас: