Бөтә яңылыҡтар
Спорт
9 Февраль 2018, 16:47

Атай, әсәй һәм мин - спортсы ғаилә!

Балалар баҡсаһында ғаилә байрамы - үҙенсәлекле көн, ул тәрбиәселәрҙе, ата-әсәләрҙе һәм балаларҙы берләштерә. Күптән түгел Первомайский балалар баҡсаһында «Атай, әсәй һәм мин - спортсы ғаилә» тип аталған спорт сараһы уҙҙы.

Был көндө ҡунаҡтар байрамса биҙәлгән залда йыйылды. Ярышта биш ғаилә - Садиҡовтар, Ғәлиуллиндар, Безгиндар, Әйүповтар, Усмановтар ҡатнашты. Өйгә эш - визитка уйлап табыу булды. Командалар сәләмләү һүҙендә үҙенсәлекле һүҙҙәр һәм девиздар ҡулланып үҙҙәренең ғаиләһе менән таныштырҙы. Ҡатнашыусыларҙың барыһы ла бөтә һынауҙарҙы ла лайыҡлы үтте. Балалар ҡышҡы спорт төрҙәре атамаларын әйтте, олимпиада эмблемаһын йыйҙы. Әлбиттә, дуҫлыҡ еңде.

Ҡатнашыусылар грамоталар һәм тәмлекәстәр менән бүләкләнде. Яҡшы кәйеф, ыңғай тәьҫораттар, дәрт-дарман иң яҡшы бүләк булды. Һәр баланы кескәй саҡтан уҡ ата-әсәһе сәләмәт йәшәү рәүешенә өйрәтергә тейеш. Артабан - балалар баҡсаһы һәм мәктәп. Һәм был сара быға асыҡ дәлил булып тора.

Айнур ТУҠТАРОВ, музыка етәксеһе,

Зенфира ӘЙҮПОВА, Первомайский балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.
Читайте нас: