Саңғы базаһы территорияһына саңғы юлында тиҙлеккә көс һынашырға килгәндәрҙе район хакимиәте башлығы Фәнүр Туҡтаров сәләмләне. Традиция буйынса ул иң көслөләр еңеү яулаһын, тип теләне.
Көн һыуыҡ булыуға ҡарамаҫтан, ҡатнашыусыларҙың кәйефе күтәренке ине. Ярышта 4 һанлы балалар баҡсаһы, 2-се урта мәктәп, Стәрлебаш башланғыс, Первомайский, Тәтер-Арыҫлан, Йәшергән, Әмир мәктәптәре коллективтары вәкилдәре, шулай уҡ Стәрлебаш һәм Тәтер-Арыҫлан ауыл биләмәләре командалары ҡатнашты. Һауа торошона бәйле, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн дистанция 1 километр һәм ир-егеттәр өсөн 2 километр булды.
Көсөргәнешле ярыштан һуң урындар түбәндәгесә билдәләнде. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында Светлана Шәйхулова (Йәшергән ауылы), Зөлфиә Ғилманова (Первомайский), Айһылыу Иҫәнғужина (Стәрлебаш башланғыс мәктәбе), ир-егеттәр араһында - Александр Кузнецов (Первомайский), Рим Хөснөлғатин (Әмир), Тимур Байморатов (Первомайский) еңеүселәр булды.
Ауыл биләмәләренән ҡатын-ҡыҙҙар араһында Диана Атласова (Тәтер-Арыҫлан) һәм Сөмбөл Ильясова (Стәрлебаш ауыл биләмәһе), ир-егеттәр араһында - Ғамил Мәжитов менән Миҙхәт Саҙриев (Стәрлебаш ауыл биләмәһе) еңеү яуланы. Уларҙың барыһы ла миҙалдар һәм Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнде.
Шишәмбе көндө, юғарыла әйтеп үтелгәнсә, Спартакиада зачетына мәктәп уҡыусылары старт алды. Ярышта туғыҙ команда - барлығы 90ға яҡын кеше ҡатнашты. Улар араһында үҙҙәренең йәш категорияларында беренсе урын яуланылар: Милена Ефремова, Камил Хәсәнов, Игнат Афанасьев (бөтәһе лә 2-се Стәрлебаш урта мәктәбе) һәм Иделия Баҡыева (Ҡуғанаҡбаш урта мәктәбе). 3 февраль көндө Стәрлебаш ауылы саңғы базаһы территорияһында үтәсәк саңғы буйынса зона республика ярыштарында тап улар беҙҙең районды күрһәтәсәк.
Команда зачетында үҙҙәренең йәш категорияларында 2-се һәм 1-се урта, Тәтер-Арыҫлан урта мәктәптәре (2006-2007 йылғы ҡатнашыусылар араһында), шулай уҡ 2-се урта мәктәп, 1-се урта мәктәп һәм Ҡуғанаҡбаш урта мәктәбе (2004-2005 йылғылар араһында) тәүге өс призер булды.