Спорт
10 Ғинуар 2018, 05:48

Хоккей - тәүәккәлдәр уйыны

Яңы йыл байрамдарында саф һауала уйнауҙан да яҡшыраҡ нимә бар икән? Ғинуар айының тәүге көндәрендә, телевизор ҡарауҙан һәм башҡа файҙаһыҙ шөғөлдәрҙән арып, спорт һөйөүселәр, атап әйткәндә, хоккей уйнарға яратыусылар, бергәләп йыйылып, хоккей миҙгелен асырға ҡарар итте.

Был сараны традицион тип әйтергә мөмкин. Йыл һайын 1-се Стәрлебаш урта мәктәбе эргәһендәге хоккей майҙансығында ошо спорт төрөн һөйөүселәр дуҫтарса матчтар үткәрә. Был ваҡиғаның инициаторҙары, әлбиттә, башҡа спортсылар ярҙамы менән Эдуард Ғәфиев һәм Ғөбәйҙулла Әхмәҙиевтар. - Бөгөн уйын башланғансы хоккей майҙансығын яңырттыҡ. Был еңел булмаған эште үҙебеҙ башҡарҙыҡ. Марат Ғафаров менән Илшат Яппаровҡа ярҙамдары өсөн рәхмәт. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, артабан улар беҙҙең менән бергә уйнай алманы - үҙегеҙ аңлап тораһығыҙҙыр, табиптарҙың яратҡан шөғөлөнә лә ваҡыты юҡ, - ти Эдуард Ғәфиев. Был көндө ике команда (йәштәр һәм ветерандар) ярышты. Уйында, район үҙәгендә йәшәүселәрҙән тыш, Баҡса ауылынан хоккей яратыусылар ҙа ҡатнашты, улар араһында байрамда өләсәһе менән олатаһына ҡунаҡҡа ҡайтҡан профессиональ хоккейсы Тимур Усманов та бар ине. Атаһы, Рәфил Рәмил улы әйтеүенсә, улы бәләкәй саҡтан уҡ «Орлан» (Стәрлетамаҡ ҡалаһы) хоккей клубында шөғөлләнгән, хәҙер Новоуральск ҡалаһында (Свердловск өлкәһе) йәшәй, «Кедр» хоккей клубы өсөн уйнай. Тимур - Рәсәй чемпионы, хоккей буйынса I разряды бар. Һәм тап Тимурҙың йәштәр командаһы файҙаһына уйын иҫәбен асыуы һәм бөтә матч дауамында һәйбәт уйнауы ғәжәп түгел. Әммә ветерандар командаһы ла бирешмәй, сәмләнеп уйнаны. Уйын ҡыҙыҡлы һәм көсөргәнешле барҙы, әммә һөҙөмтәлә йәштәр командаһы еңеүсе булды. Уйында ҡатнашыусыларҙың барыһы ла район спорт комитетының Маҡтау грамоталары менән бүләкләнде, ә иң мөһиме, матчта ҡатнашыусылар бихисап ыңғай тәьҫораттар алып, тағы ла күп тапҡыр боҙҙа осрашырға теләк белдерҙе.

Фаягөл ЙОСОПОВА. Автор фотолары.
Читайте нас